

Прима-балерина Гүзәл Сөләймәнова республика Мәҙәниәт министрлығының профессиональ сәнғәт бүлеге начальнигы итеп тәғәйенләнгән. Был хаҡта «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итте.
Быға тиклем вазифаны режиссер һәм театр эшмәкәре Зиннур Сөләймәнов йөкмәгән, ул - әлеге ваҡытта Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында йәштәр сәйәсәте һәм ижади эш буйынса проректор.
Гүзәл Сөләймәнова 25 йылдан ашыу Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә эшләй. Ул - бихисап халыҡ-ара ижади конкурстар лауреаты, шулай уҡ республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Башҡорт балетының сағыу йондоҙона яңы вазифала уңыштар теләйбеҙ!
Фото: “Башинформ”.