+21 °С
Болотло


Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев күп бала тәрбиәләгән әсәләргә лайыҡлы награда тапшырҙы. Был хаҡта район башлығы үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә яҙған.
"Бөгөн беҙ ғаилә институтын тергеҙеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау - мөхәббәт, хөрмәт һәм үҙ-ара аңлашыу кәрәклеген аңлайбыҙ. Ғаилә - ул иң мөһиме. Әсәләрҙең хеҙмәте ҡайһы берҙә һиҙелмәй ҡала, әммә ғаилә усағын нығытыуҙа иң мөһим роль уйнай", - тип яҙған Фәнис Әминев.
Фото: Фәнис Әминевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.