Йәмғиәт
29 Сентябрь 2023, 11:45

Иртәгә автоуҙыш һәм концерт буласаҡ

30 сентябрь - Донецк Халыҡ Республикаһының, Луганск Халыҡ Республикаһының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө.

Иртәгә автоуҙыш һәм концерт буласаҡИртәгә автоуҙыш һәм концерт буласаҡ
Иртәгә автоуҙыш һәм концерт буласаҡ

30 сентябрҙә Рәсәйҙә яңы иҫтәлекле дата - Донецк Халыҡ Республикаһының, Луганск Халыҡ Республикаһының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең Рәсәйгә ҡушылыу көнө билдәләнә.

Был көндө Өфөлә Башҡортостан Республикаһының «АЛҒА-ПАТРИОТ» спорт-патриотик үҙәге патриотик автоуҙыш һәм «Ватан» этно-паркы майҙанында концерт уҙғара. Ҡатнашыусылар «Нефтсе» стадионынан маршрут буйынса Октябрь проспекты, Цюрупа, Зәки Вәлиди урамдары буйлап үтеп, «Ватан» этно-паркы туҡталҡаһында финишҡа сыға.

Автоуҙыш республика коллективтары, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәт, патриотик, йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашлығында патриотик концерт менән тамамлана. Концертта ҡаланың барлыҡ халҡы һәм ҡунаҡтары ҡатнаша ала.

- 30 сентябрҙә Рәсәйҙең һәм Донецк Халыҡ Республикаһының, Луганск Халыҡ Республикаһының, Запорожье һәм Херсон өлкәләренең берләшеүенең тәүге йыллығын билдәләйбеҙ. Бер йыл элек беҙҙең яугирҙәр ошо датаны яҡынайтты, һәм хәҙер улар илебеҙ сиктәрен яҡлауын дауам итә. Автоуҙыш һәм концертты беҙ яңы биләмәләрҙә тыныслыҡ урынлаштырыу өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләгән яугирҙәргә арнайбыҙ, - тип һөйләне «АЛҒА-ПАТРИОТ» үҙәге әүҙемсеһе Рөстәм Шоров.

Автоуҙыш 11:15 сәғәттә башлана. Старт урыны: Комаров урамы, 71 адресы буйынса Өфө ҡалаһының «Нефтсе» стадионы артындағы туҡталҡа. Концерт өлөшө көндөҙгө сәғәт 12-лә башлана. Уҙғарыу урыны: Өфө ҡалаһы, «Ватан» этно-паркы.

Фото: slanews.ru

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас