

Йылылыҡ һәм газ Башҡортостанда йәшәүселәрҙең йортона һыуыҡтар башланғансы килеп етһен өсөн ваҡытында участка сигенә тиклем газ үткәреүгә ғариза бирергә кәрәк.
Түбәндәге осраҡтарҙа йорт янына тиклем газ бушлай үткәрелә:
йорт һәм ер участкаһы газ үткәрелгән тораҡ пунктта урынлашһа (быны www.connectgas.ru сайтында ҡарарға мөмкин),
һеҙ - йорт милексеһе булһағыҙ,
газды шәхси, ғаилә, йорт ихтыяждары өсөн ҡулланһағыҙ.
Ғаризаны рәсмиләштереү өсөн:
паспорт, ИНН, СНИЛС,
ситуация планы (объект һәм ер участкаһы сиктәрен күрһәтергә),
йортҡа һәм ергә хоҡуҡты раҫлаған документтарҙың күсермәһе кәрәк.
Ҡайҙа ғариза бирергә була:
«Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһының клиенттар үҙәгендә – https://vk.cc/clVMKC
www.bashgaz.ru сайтындағы шәхси кабинетта
www.connectgaz.ru порталында
Дәүләт хеҙмәттәрендә https://vk.cc/crht6p
Күп функциялы үҙәктә https://vk.cc/ckQ0w0
Программа тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – «Газпром газ бүлеү Өфө» компанияһы сайтында https://vk.cc/crht3R
Күрһәтелгән телефон буйынса өҫтәмә консультация алырға мөмкин: 8 (800) 234 05 00 (стационар телефондарҙан шылтыратыу бушлай).
Сығанаҡ: vk.com/anlatabiz102?w=wall-210976796_2272