Йәмғиәт
30 Сентябрь 2023, 09:15

Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып

"Өфөлә яр буйындағы колоннадаға – халыҡтарыбыҙ дуҫлығы символына нигеҙ һалырға ниәтләйбеҙ".

Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытыпБашҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып
Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып

30 сентябрҙә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың рәсми делегацияһы менән Абхазияның Еңеү һәм Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнөң 30 йыллығы уңайынан тантаналы сараларҙа ҡатнаша.

Сухумиҙа Абхазия Президенты Аслан Бжания, Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр етәкселәре, башҡа рәсми кешеләр менән бергә Радий Хәбиров Дан мемориалына сәскәләр һалды. Ул 1992-1993 йылдарҙағы ҡораллы конфликтта һәләк булғандар иҫтәлегенә арналған, уның һөҙөмтәһендә Абхазия бойондороҡһоҙлоҡ ала.

Һуңынан Радий Хәбиров абруйлы ҡунаҡтар менән бергә Абхазияның беренсе Президенты Владислав Ардзинбты хөрмәтләп иҫкә алды. Мемориаль комплекс уның тыуған ауылы Сухум районының Түбәнге Эшерала урынлашҡан.

- 1993 йылда Абхазия Башҡортостан вуздарына уҡырға студенттарҙың ҙур төркөмөн ебәрә. Әле лә дауаханаларҙа һәм поликлиникаларҙа Өфө медицина университеты дипломдары менән күп кенә абхаз табиптары эшләй. Беҙ Абхазияны башҡа йүнәлештәр буйынса ла белгестәр менән нығытабыҙ.

Беҙҙең көндәрҙә бәләкәй һәм урта бизнес, сауҙа, производство, ауыл хужалығы, медицина, туризм йәһәтенән үҙ-ара һөҙөмтәле эш итеү өҫтәлде. Яҡын арала башҡорт-абхаз хеҙмәттәшлеген киңәйтеү буйынса юл картаһына ҡул ҡуясаҡбыҙ.

Артабан да Абхазия халҡын беҙҙең университеттарҙа уҡытырға, табиптар делегациялары менән алмашырға, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә берлектәге ғилми-ғәмәли конференциялар үткәрергә, абхаз белгестәрен стажировкаға ҡабул итергә ниәтләйбеҙ.

Бик перспективалы йүнәлеш – туризм.

Тиҙҙән Абхазияға «Башҡорт-абхаз оҙон ғүмерлелеге» проектының тәүге ҡатнашыусылары киләсәк, оло йәштәге кешеләрҙе беҙгә лә саҡырҙылар. Башҡортостан балаларының Абхазияла ял итеүе һәм сәләмәтләндереүе буйынса ҙур программа әҙерләйбеҙ һәм киреһенсә.

11 октябрҙә Башҡортостанда Абзазия делегацияһын һәм шәхсән ошо ил Президенты Аслан Георгиевич Бжанияны көтәбеҙ. Өфөлә яр буйындағы колоннадаға – халыҡтарыбыҙ дуҫлығы символына нигеҙ һалырға ниәтләйбеҙ.

Проекттарыбыҙ күп, Башҡортостандың һәм Абхазияның ҡыҙыҡһыныуы ике яҡҡа ла хас, тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170724.html, vk.com/wall413272232_1100011

Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып
Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып
Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып
Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып
Башҡортостан-Абхазия дуҫлығын нығытып
Автор:Рузилә Ҡолөмбәтова
Читайте нас