30 сентябрҙә Сухумиҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Абхазия Президенты Аслан Бжанияның Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәр делегациялары етәкселәре менән берлектәге осрашыуында ҡатнашты.
- Абхазия халҡы өсөн мөһим был көндә һеҙҙе сәләмләүемә бик шатмын. Барығыҙға ла бөгөн беҙҙең менән бергә булыуығыҙ өсөн рәхмәт әйтергә теләйем. Күп йылдар дауамында һеҙҙең ярҙамығыҙҙы тойҙоҡ. Абхазия һәр ваҡыт һеҙҙе көтә, – тине Аслан Бжания, осрашыуҙы асып.
Башҡортостан Башлығы республиканың Абхазия менән берлектәге проекттарын артабан үҫтереү менән ҡыҙыҡһыныуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
- Дуҫлығыбыҙ йылдар менән генә иҫәпләнмәй - шуныһы мөһим. Абхазия өсөн ауыр көндәрҙә Башҡортостан халҡы уларға дуҫлыҡ ҡулын һуҙҙы. Был, тәү сиратта, табиптарҙың ярҙамы, гуманитар ярҙам булды, – тине Радий Хәбиров. - Һәм беҙ һеҙҙең менән дуҫлыҡты нығытырға ниәтләйбеҙ. Абхазия халҡына именлек, сәскә атыу һәм барыһы ла яҡшы булыуын теләйбеҙ.
Журналистар менән әңгәмәлә Радий Хәбиров Башҡортостан менән Абхазияны ниҙәр бәйләүе хаҡында һөйләне:
- Ысынлап та, беҙҙең мөнәсәбәттәрҙең билдәле бер тарихы бар. Абхазияның иң драматик осоронда Башҡортостан халҡы эргәлә була. Бөгөн республиканың рәсми делегацияһы составында - табиптарыбыҙҙан ҙур төркөм. Беҙҙең менән бында хөрмәтле табип-хирург Вил Мамилович Тимербулатов та бар. Абхазияның бойондороҡһоҙлоҡ өсөн һуғышы ваҡытында улар бында эшләй, яралы яугирҙәргә операция яһай. Бынан һуң беҙ Абхазияла һаулыҡ һаҡлау системаһын төҙөргә ярҙам иттек. Абхазияның күп йәштәре республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттарында белем алды. Шуға күрә бында Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлаусылар күп эшләй. "Башҡорт -абхаз оҙон ғүмерлелеге. Туризм" программаһын эшкәртәбеҙ.Ошо араларҙа 50-ләп ветераныбыҙ бында ял итергә килә. Бында ял итеү өсөн шарттар бик яҡшы. Шулай уҡ ауыл хужалығы буйынса ла һөйләшеүҙәр алып барыла. Беҙҙең сауҙа һәм сәнәғәт министры Башҡортостанды Абхазия емеш-еләге менән тәьмин итеү буйынса эштәр алып бара.
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/170761.html