

Гәүһәр был ҡатынды тәүге тапҡыр ҡасан күргәнен хәтерләмәй, артабан һәр саҡ юлында осрай һәм уға текләп ҡарап үтә башлағас ҡына иғтибар итте. Осраҡлы ғына юлында тап буламы ул, әллә нимәлер кәрәкме? Бер ҡараһаң, Гәүһәр кем инде, филология факультетында уҡыған ябай студент ҡыҙыҡай, ниндәй файҙаһы тейергә мөмкин...
Был көндө ул сессияның һуңғы имтиханын тапшырҙы һәм курсташтары менән был ваҡиғаны билдәләп алырға булдылар: кафела оҙаҡ ҡына ултырҙылар, шунан паркта йөрөнөләр. Ул ҡайтырға сыҡҡанда ҡараңғы төшкәйне инде. Таксиға аҡса ҡалмаған, ул йәйәү атларға булды.
Йорттары эргәһендә гараждар араһынан тар ғына һуҡмаҡ үтә. Туранан ошонан сығырға була. Көндөҙ унан тыныс ҡына үтеп китергә мөмкин, ә ҡараңғы мәлдә шомландыра. Шуға ла Гәүһәр был урында аҙымдарын тиҙләтте, ләкин, ҡурҡып килгәнгәме икән, арттан кемдеңдең атлап килгәнен дә ул тиҙ ишетте. Боролоп ҡараһа – әлеге ҡатын!
– Һеҙгә нимә кәрәк минән? – шулай ҡысҡырғанын һиҙмәй ҙә ҡалды.
Ҡатын бер нимә лә тип әйтмәне, туҡтаны ла, Гәүһәргә ҡарап тора башланы. Тәү ҡарашҡа, ҡәҙимге ҡатын-ҡыҙ: аҡылы теүәл булмағн кешегә һис оҡшамаған, оҙон сәстәре тәрбиәләп таралған, ҡулында зонт һәм сумка...
– Йөрөмәгеҙ минең арттан! Күҙәтмәгеҙ мине! – тип, инде ышаныслыраҡ тауыш менән ҡысҡырҙы Гәүһәр һәм бар көсөнә өйөнә табан йүгерҙе.Ҡурҡышынан ул күҙҙәрен дә йомғолап ала ине, шуға күрә ихатала автомобиль багажнигынан әйберҙәр бушатҡан егеткә килеп бәрелгәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.
– Уй, ғәфү итегеҙ... – тип ҡурҡып ҡына өндәште ул һәм егетте танып ҡалды: ул ошо уҡ факультетты былтыр ғына тамамлаған Риф ине. Гәүһәргә ул оҡшай һәм “Их, ошо егет менән йөрөһәң ине... Ҡайҙан инде ул...” тип хыялланып та ала. Ул осраһа тип, һәйбәтерәк биҙәнеп-төҙәнеп сыға. Әле ул Гәүһәрҙең ҡото осҡан, сәсе-башы туҙынған сағында тура килде, шуға ҡыҙыҡай ҙа уңайһыҙланып китте.
– Нимә булды? – тип һораны Риф. – Бәлки, ярҙам кәрәктер?
– Юҡ-юҡ, бөтәһе лә яҡшы... Ғәфү итегеҙ... – Гәүһәр өйөнә ашыҡты.
“Башҡа ваҡытта осраһа, һөйләшеп торор, яҡынданыраҡ танышыр инек... Бынау ҡарасҡы ҡатын тап булды бит...” – тип әсенде ҡыҙыҡай.
Ҡыҙының ҡобараһы осоп ҡайтҡанын күреп, әсәһе лә һорай һалды:
– Нимә булды тағы?
– Юҡ бер нәмә лә, өшөнөм генә, – тине Гәүһәр. “Бер ҡатын йөрөй мине күҙәтеп”, – тип әйтә алмай бит инде. Үҙе лә ышанып етмәй әле.
Ул хәҙер икенсе юлдарҙан йөрөргә, иғтибарлыраҡ булырға ҡарар итте. Ә теге ҡатын тағы осраһа – уға нимә кәрәк булыуын һорашырға. Тик көндөҙ осратырға кәрәк, әлбиттә, ул саҡта ҡурҡыныс түгел. Хәйер, ябай ғына бер апай, унан ниңә ҡурҡырға...
Икенсе көнө Гәүһәр йорттарынан сыҡты ла икенсе яҡтан, күрше йорттағы кибет яғынан китте. Бер машина яй ғына боролған сағында асыҡ тәҙрәһе аша Гәүһәргә өндәштеләр: “Әйҙәгеҙ, ултыртып алып барам! Йә тағы берәйһе ҡурҡытыр". Бәй, әлеге Риф икән дә! Ҡыҙыҡай, оялыуҙан биттәре ҡыҙарыуын һиҙһә лә, ултырырға булды. Егет бер йыл элек кенә уларҙың йортонда ипотекаға фатир алған икән, бер үҙе йәшәй шикелле, бармағында балдағы юҡ...
– Нисек йәшәп ята беҙҙең филфак? – тип ихлас йылмайҙы ул. – Мин дә ошо университетта уҡыным бит, һеҙҙе күргәнем дә бар унда...
Улар юл буйы һөйләшеп барҙы. Был осрашыу Гәүһәргә ҡанат ҡуйғандай булды, әлеге ҡатынды ла онотто. Ә, бәлки, ул, ғөмүмән, бер ниндәй эҙәрлекләү ҙә түгелдер...
Әммә бер нисә көндән ҡатынды тағы осратты. Һөйләшергә, һорашырға булғайны, тегеһе, ишетмәгәнгә һалышып, туҡтамай үтеп китте. Шуға ла был хәлде ул әсәһенә һөйләп бирергә ҡарар итте. Ысынлап та, ә ниңә үҙ әсәйеңдән йәшереп йөрөргә? Әсәһе көлөп ебәрер ҙә уны тынысландырыр тип көткәйне ул. Ләкин...
Әсәһенең был хәлгә аңлатмаһы көтөлмәгәнсә булды. Ул тәүҙә иламһырап алды, шунан һөйләп алып китте:
– Ҡыҙым, мин һиңә атайың тураһында бер ҡасан да һөйләгәнем юҡ. Һин һорашҡанда: “Күптән үлде”, – тип ҡуя торғайным. Ҙурая килә, һин уның тураһында бөтөнләй оноттоң. Никахлашҡас, тәүге йылдарҙа һәйбәт йәшәнек. Тик бер заман ул ниндәйҙер ҡатындың үҙе артынан күҙәтеп йөрөүенә зарлана башланы. “Ғашиҡ булғандыр”, тип көлөп кенә ҡуя инем тәүҙәрәк. Һинең тасуирлауыңа ҡарағанда, был ҡатын тап ул һөйләгән ҡатынға оҡшаған. Әммә уның үҙен тотошо көндән-көн сәйерерәк була барҙы. Аптыраш, был ҡатынды унан башҡа берәү ҙә күрмәй. Шунан ул табипҡа алып барыуҙы үтенде. Тик бының һөҙөмтәһе булманы. Артабан ул оҙаҡ юғалып тора, үҙ-үҙе менән һөйләшә башланы. Ә бер көн ҡараһам, һине етәкләп сығып бара. “Һыу инергә барабыҙ”, ти. Ҡыш көнө! Шунан мин ныҡ ҡурҡтым да, ул йәнә сығып киткән арала, әйберҙәремде йыйнап, һинең менән бергә күсенеп киттек. Айырылышыуға ғаризаны һуңыраҡ адвокат аша бирҙем. Һин, ҡыҙым, ғәфү ит, башҡаса уның тураһында бер нәмә лә белмәйем. Һорашып йөрөргә лә ҡурҡтым.
Был хәбәрҙе тыңлағас, Гәүһәр бөтөнләй юғалып ҡалды. Тимәк, ул да, атаһы һымаҡ, аҡылдан яҙып бара?! “Әсәкәйем, мине табипҡа яҙ әле”, – тине ул, йөрәген тотоп.
– Тест үткәреү күрһәтеүенсә, һеҙ һап-һау, ҡурҡырлыҡ бер нәмә лә юҡ, – тине уға психотерапевт, әсәһе менән бергә ҡабул итеүгә килгәс. – Ә теге ҡатынға килгәндә... Ундай хәлдәр булғылай, урамда ниндәй генә сәйер кешеләр йөрөмәй, беләбеҙ бит. Мин һеҙгә седатив дарыуҙар яҙып бирәм. Тағы ла шуныһы: телефондың фотокамераһын әҙер тотоғоҙ, әгәр ҙә күҙгә генә күренә икән, ул ҡатын фотола ла булмаясаҡ.
Гәүһәр көлөп ебәрҙе: ысынлап та, нисек ошоғасы башына килмәгән?
Фотоға төшөрөү бер нәмәне лә асыҡламаны: икеме-өсмө тапҡыр төшөрҙө – һәр фотола был ҡатын баҫып тора ине. Гәүһәр уларҙы әсәһенә лә күрһәтте: бына бит, тимәк, уның психикаһы сәләмәт.
Ошо көндән һуң ул урамда тирә-яғына ҡарап йөрөргә ғәҙәтләнде: теге ҡатын осрамаҫмы? Тимәк, күҙенә күренмәй, ысын кеше. Шулай ҡала буйлап атлағанда саҡ тағы Рифкә килеп бәрелмәне.
– Сәләм, Гәүһәр күрше, ҡабаланмайһың шикелле, әйҙә, анауындағы кафеға инеп ултырып алайыҡ әле, – тип йылмайҙы егет. Әллә ниндәй шикле уйҙарҙан арыған Гәүһәр шатланып риза булды.
Шул көндән улар йыш осраша башланы. Ошондай күрешеүҙәрҙең береһендә Гәүһәр дуҫына әлеге ҡатын тураһында ла һөйләмәй булдыра алманы. “Шул ҡатындан ҡурҡып ҡасмаһам, һине лә осратмаҫ инем. Бының өсөн рәхмәт әйтергәме икән уға?” – тип көлдө ул.
Бер көндө Риф командировка китәсәген әйтте һәм бер нисә көнгә юғалып торҙо. Ҡайтҡас һөйләгәне Гәүһәр өсөн шаҡ ҡатырғыс ине:
– Беләһеңме, мин ҡайҙа барҙым? Һин тыуған ҡалаға. Паспорт өҫтәлендәге таныштарым аша атайыңдың адресын белдем. Ул заводта инженер булып эшләгән. Әсәйеңә өйләнеп ике йыл үткәс, бер шәфҡәт туташы менән дуҫлашып китә, һөйәркәһе уға нисек итеп әле йәшәгән фатирын үҙенә генә яҙҙырыу юлын өйрәтә: аҡылдан яҙған булып ҡыланырға һәм ҡатының үҙе ҡасасаҡ, ти ул. Кәрәкле медицина белешмәләре алырға ярҙам итә. Ул әйткәнсә була ла – әсәйең, һине алып, икенсе ҡалаға китә, йәғни әле беҙ йәшәгән төбәккә. Фатир тулыһынса атайың мөлкәтенә күсә. Аҡылы теүәл булмаған кешегә мөлкәт теркәлмәй, ләкин бында ла тейешле белешмәләр яҙҙыра алғандар, күрәһең.
Гәүһәр быларҙы иҫе китеп тыңланы. Бына һиңә атай... Шуның өсөн әсәһе алимент та юлламағандыр – аҡылы сирле кешенән түләтмәйәсәктәр, ул үҙе тик пособиеға йәшәргә тейеш булып сыға бит.
– Был ҡарасҡы – атайымдың икенсе ҡатыны инде? – тине Гәүһәр.
“Юҡ шул”, – тине Риф. Уның һөйләүенсә, Гәүһәрҙе эҙәрлекләүсе атаһының яңы ҡатынының аҡылға зәғиф һеңлекәше икән. Хәйер, үҙен тәртипле тотҡан тиҙәр, хатта тегенсегә уҡып сыҡҡан, шунан заказ буйынса өйөндә тегеү менән шөғөлләнгән. Гәүһәрҙең атаһының яңы ҡатыны һеңлекәшен һәр саҡ ҡурсалап торған, ғүмер буйы үҙҙәрендә йәшәткән, был һеңлекәше уға бала ҡарарға һәм йорт эштәрендә лә ярҙамлашҡан. Быларҙың барыһын да Рифкә уларҙың күршеһе һөйләп биргән икән. Тағы ла шуныһы: бер йыл самаһы элек Гәүһәрҙең атаһы ҡатыны һәм улы менән бергә машинала барғанда аварияға осрай, өсөһө лә һәләк була...
– Тимәк, ул ошо ҡайғылы ваҡиғанан һуң, йәғни бер туған апаһы менән еҙнәһен юғалтҡас, мине эҙләп табырға булған... – тине Гәүһәр уйсан ғына. – Ә минең ҡайҙа йәшәгәнде нисек белә алған һуң?
Риф иңбаштарын һикертеп кенә ҡуйҙы:
– Бәлки, атайың шулай ҙа һинең тормошоңдо күҙәтеп барғандыр...
Ә бер көн килеп, Гәүһәр тағы осратты бит ошо ҡатынды. Хәҙер ул уның кем икәнен төшөнгәйне инде.
– Һеҙ минең атайымды белә инегеҙме? – тип һораны ул, уның ҡаршыһына баҫып.
Тегеһе ағарынып китте, башын сайҡап ниҙер мығырҙаны һәм ҡырҡа боролоп китеп барҙы. Башҡаса ул Гәүһәргә осраманы. Бәлки, үҙҙәренең ҡалаһына ҡайтып киткәндер.
Гәүһәр был ҡатындың уны нисек тапҡанын һәм, хәҙер килеп, ҡайҙа юғалғанын бер нисек тә белә алманы. Иң мөһиме: ул ни өсөн Гәүһәрҙе күҙәтеп йөрөгән? Нимә әйтергә йәки һорашырға теләгән? Был яҡтарҙа ул ҡайҙа йәшәгән һәм нимә йәки кемдәр иҫәбенә көн күргән?
Ике айҙан һуң Гәүһәр менән Риф никахлаштылар, матур итеп туй үткәрҙеләр. Балалар үҫтереү, донъя мәшәҡәттәрен хәл итеү... – былар барыһы ла ваҡыт та, көс тә, байтаҡ сығымдар ҙа талап итә. Көн һайын талап итә. Әлеге ҡатын Гәүһәрҙең хәтеренән алыҫлашҡандан-алыҫлаша барҙы һәм бөтөнләй юғалды...
Беҙҙең ғүмер юлында осраған сәйер кешеләр аҙмы ни...
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.