

Байрам һайын социаль селтәрҙәге дуҫтарын, тыңлаусыларын матур видеояҙмалар менән ҡыуандырған Булат Пирғәлин Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө айҡанлы яңы йырлы сәләм менән уртаҡлашты.
“Ҡартайырға иртә әле,
Зарланырға ваҡыт юҡ.
Был фани донъябыҙҙың да
Матурлығы әле күп.
Халыҡ-ара ололар көнө менән!
Хөрмәтле беҙҙең апайҙар һәм ағайҙар, әбейҙәр һәм бабайҙар, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек һәм бәхет теләйбеҙ! Ололарыбыҙҙы ҡәҙерләй беләйек. Байрам бүләге итеп һеҙгә беҙҙән йыр”, - тип яҙҙы Булат Пирғәлин социаль селтәрҙә.
Афарин, Учалы таланттары!
Фото: видеояҙманан скриншот.
Сығанаҡ: vk.com/b.pirgalin