Йәмғиәт
2 Октябрь 2023, 17:10

Ғаризалар ҡабул ителә

«Беҙ индергән өлөш» Милли премияһы милли маҡсаттарға өлгәшеүҙә бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ролен билдәләй.

Ғаризалар ҡабул ителәҒаризалар ҡабул ителә
Ғаризалар ҡабул ителә

2023-2024 йылдарға «Беҙ индергән өлөш» Милли премияһында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башланы. Унда ҡатнашыу өсөн Рәсәйҙең социаль һәм хәйриә эшмәкәрлеге йәһәтенән маҡсаттары һәм бурыстары милли проекттарға тап килгән йәмәғәт ойошмалары үҙ программаларын тәҡдим итә ала.

Ғаризаны 29 сентябрҙән 29 ноябргә тиклем нашвклад.рф. рәсми сайтында бирергә мөмкин. Ғәҙәттәгесә, проекттарҙы баһалауҙа Рәсәй Федерацияһының бөтә субъекттары башлыҡтары ҡатнаша. «Беҙ индергән өлөш» Милли премияһы милли маҡсаттарға өлгәшеүҙә бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ролен билдәләй. Ул эшҡыуарҙарҙың милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуға йәлеп ителеү дәрәжәһен күрһәтә һәм улар өсөн ниндәй өлкәләр ҡыҙыҡлы һәм перспективалы булыуын сағылдыра. Финалсыларҙың барыһына ла «Рәсәйҙең Милли проекттары партнёры» статусы бирелә.

“Президент Владимир Путиндың ҡарары буйынса Рәсәйҙә кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән милли проекттар эшләй. Улар ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға бизнес һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәре әүҙем йәлеп ителгән, төрлө социаль башланғыстарға старт бирә. «Беҙ индергән өлөш» Милли премияһы илдең социаль тормошонда  бизнестың һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙың ҡатнашыуын баһалау ҡоралдарының береһе булып тора”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов.

«Беҙ индергән өлөш» Милли премияһы финалсылары бизнестың юғары социаль яуаплылыҡ өлгөһөн күрһәтә: социаль өлкәлә яңы проекттар башлай, өҫтәмә эш урындары булдыра, предприятиеларҙы үҫтерә, мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрен үҫтерергә ярҙам итә.

Премия тәүге тапҡыр 2023 йылдың майында тапшырылған. Еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәтенең Координация үҙәге майҙансығында уҙған. 330 социаль инициатива күрһәткән 129 ойошма «Рәсәйҙең милли проекттары партнёры» статусын алған. «Беҙҙең өлөш» милли премияһының эксперт советын Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов етәкләй.

 Фото: нашвклад.рф

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас