Бөгөн Өфө ҡалаһында Бөтә донъя айыҡлыҡ һәм алкоголизмға ҡаршы көрәш көнөнә арналған «Айыҡ ауыл: граждандар башланғыстары һәм социаль тәжрибәләр» төбәк-ара семинар-кәңәшмәһе үтәсәк.
Семинар сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтенең хоҡуҡи ҡулланыу тәжрибәһе, Рәсәй субъекттары араһында үҙ-ара килешеп эш итеү һәм тәжрибә уртаҡлашыу мәсьәләләрен тикшереү, сәләмәт йәшәү рәүешен популярлаштырыу буйынса иң яҡшы тәжрибәләрҙе таратыу ҡаралған.
Сарала төбәк башҡарма власть органдары вәкилдәре, һаулыҡ һаҡлау белгестәре, «Айыҡ ауыл» конкурсында ҡатнашыусылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре ҡатнаша.