Йәмғиәт
3 Октябрь 2023, 03:00

Улын урлар тип ҡурҡа

Әлиә балаһын саҡҡа сит илдән алып ҡайтҡайны. Бына йәнә ҡурҡыныс янай...

Улын урлар тип ҡурҡаУлын урлар тип ҡурҡа
Улын урлар тип ҡурҡа

Туймазы ҡалаһынан Әлиә Имелғужина ике йыл буйы элекке ире тартып алған улы Саша өсөн көрәшкәйне. Шуныһы: Ярослав - Абхазия гражданы. Ул баланы әсәһе менән күрештермәү яғында булған. Яҡташыбыҙ оҙаҡ ваҡыт сит илдә фатирҙы ҡуртымға алып, адвокаты менән суд тупһаһын тапағайны.

Ғинуарҙа Әлиә, ниһайәт, балаһын Туймазыға алып ҡайта. Эшкә сыға. Ул терапевт булып эшләй. Улы балалар баҡсаһына йөрөй башлай.

Ярославтың хәбәрҙәренә яуап бирмәй. Әммә ир бер нисә көн элек Туймазыла пәйҙә була. Ул Әлиәне урамға саҡырып сығарырға маташа. Ҡатын элекке ире балаһын урлар тип ҡурҡа, шуға күрә икенсе аҙна эштән һорап китә, ә балаһын балалар баҡсаһына йөрөтмәй.

Абхазиялағы суд бала әсәһе менән йәшәргә тейеш тигән ҡарар сығарған, ләкин Ярослав әле тағы судлаша. Сираттағы ултырыш 30 ноябргә тәғәйенләнгән.

Фото: Ә. Имелғужина архивынан.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас