

Сабыйҙарға ниндәй генә исемдәр ҡушмайҙар?! Хатта ҡайһы берҙәрен әйтергә тел дә әйләнмәй.
Башҡортостандың ЗАГС мәғлүмәт-аналитика порталы уҙған аҙнала сабыйҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәрҙең исемлеген баҫтырып сығарған. Ҡыҙҙарға - Наоми, Иман, Алика, Миша, Флүзә, ә малайҙарға Северин, Бакир, Валентин, Нэйтан, Мансаф тигән исемдәр һайлағандар. Шулай уҡ София, Арина, Әминә, Ева, Эмилия кеүек ҡатын-ҡыҙ исемдәре популяр. Ир-егет исемдәре араһында иһә Әмир, Матвей, Мирон, Марк, Тимур кеүектәр бик күп.
Мәғлүмәттәр 2 октябргә ҡарата алынған. Ә һеҙҙең ҡыҙ һәм улдарығыҙға ниндәй матур һәм мәғәнәле исемдәр ҡушылған? Әйҙәгеҙ, яҙығыҙ әле.
Фото: "Башинформ".