

Әбйәлил районының Буранғол ауылынан 94 йәшлек Бәширә инәй Ололар байрамында илһөйәрлек рухы менән һуғарылған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең шиғырын һөйләгән. Ул ихлас күңелдән ил-йорттоң тыныс булыуын теләй.
Уның ошондай оло йәштә булыуына ҡармаҫтан, шиғырҙар ятлап, әүҙем тормош алып барыуына ауылдаштары ла һоҡлана.
“90 йәш кенә түгел әле, 94-се йәш менән бара Бәширә Шәкүр ҡыҙы, ветеран уҡытыусы. Хәтере шәп, торғаны менән энциклопедия, тере тарих инде. Һаулыҡ, бәхетле ҡартлыҡ һеҙгә, Бәширә апай!” – тип яҙа Мәрйәм Шакирова.
Беҙ ҙә абруйлы ветеран уҡытыусыға һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Фото: скриншот.
Видеояҙма: vk.com/askarovskie