Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 04:00

Спорт йәштәр өсөн генә түгел

Ҡайһы бер өлкәндәргә ғәжәпләнеп тә, һоҡланып та ҡарарлыҡ. Әйтерең бармы, көс-ғәйрәте ташып торған йәштәргә лә һыр бирмәй улар!

Спорт йәштәр өсөн генә түгелСпорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел

Бына яңыраҡ Күгәрсен районының “Бөркөт” стадионында “Әүҙем тулҡында” тигән проект буйынса 55 йәштән өлкәндәр араһында ярыштар үткәрелгән. Был проект – “Надежда” ветерандар һәм инвалидтарҙың социаль реабилитацияһы ойошмаһы менән район үҙәк китапханаһының уртаҡ эше. Проект конкурста еңеп, Башҡортостан Башлығы грантына лайыҡ булған.

160-тан артыҡ ағай-апайҙар йүгереүҙә, армрестлингта, арҡан тартыуҙа көс һынашҡан, шашка уйынында һәм башҡаларҙа ла дәррәү ҡатнашҡан.

Ни тип әйтәһең, афариндан башҡа! Һаулыҡты табиптарға даими күренеп кенә түгел, ә йылдам хәрәкәт, физик күнекмәләр ярҙамында ла ҡайғыртырға мөмкин икәнен иҫбатлай өлкәндәр.

Сығанаҡ: vk.com/mrkugarchigrouprb

Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Спорт йәштәр өсөн генә түгел
Автор:Равиля Гатауллина
Читайте нас