Йәмғиәт
6 Октябрь 2023, 14:00

Ял көндәрендә гуманитар ярҙам йыйыла

Яугирҙәргә үҙ посылкаларығыҙҙы килтерә алаһығыҙ. Ниндәй адрес буйынса?

Ял көндәрендә гуманитар ярҙам йыйылаЯл көндәрендә гуманитар ярҙам йыйыла
Ял көндәрендә гуманитар ярҙам йыйыла

Өфөлә ял көндәрендә махсус хрәби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу буйынса “Асыҡ ишектәр көнө” уҙғарыла.

Әйберҙәрҙе Өфө ҡалаһында шәмбе, 7 октябрҙә, Азатлыҡ урамы (ул. Свободы), 9-сы йорт адресы буйынса 11.00 сәғәттән 14.00 сәғәткә тиклем,

ә йәкшәмбе, 8 октябрҙә, Менделеев урамы, 1-се йорт адресы буйынса 10.00 сәғәттән 12.00 сәғәткә тиклем алып килергә мөмкин.

Яугирҙәргә үҙ посылкаларығыҙҙы килтерә алаһығыҙ:

  • тәмәке (яугирҙәр өсөн бик кәрәк)
  • ярма
  • макарон
  • тоҙ, шәкәр
  • сәй, кофе
  • батареялар
  • тиҙ әҙерләнгән аш
  • тушенка
  • эске кейем /ойоҡбаш,
  • дарыу,
  • штык көрәктәре, балта
  • ойоҡбаш өсөн йөн ептәр һәм кизе-мамыҡ туҡыма
  • ямғырҙан плащтар йәки пончо, 48-56 үлсәмле, 23 дана
  • эске кейем 48-56 үлсәмле
  • йылы һәм ябай ойоҡбаштар 42-45 үлсәмле
  • ҡыҫҡа һәм оҙон еңле футболкалар, 48-56 үлсәмле
  • конъюктивиттан дарыу (шыйыҡ)
  • вирусҡа, грипҡа ҡаршы препараттар
  • бальзам йондоҙсоҡтары
  • ауыртыуҙы баҫа торған препараттар.

Әлбиттә, хаттар, бетеүҙәр һәм талисмандар!

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: https://t.me/bashbat02/3925.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас