Йәмғиәт
9 Октябрь 2023, 09:00

101 йәшлек инәй менән осраштыҡ

"Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу", – ти Вера Семеновна

101 йәшлек инәй менән осраштыҡ101 йәшлек инәй менән осраштыҡ
101 йәшлек инәй менән осраштыҡ

Дәүләкән районының Георгиевка ауылында Вера Голод ғүмер йомғағын һүтә. Вера Семеновна быйыл 10 февралдә 101 йәшен билдәләне.

– Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу, – тип һөйләй Вера Голод. – Барыһы ла әле генә булған кеүек ине. Ялан аяҡ йүгереп йөрөгән саҡтарҙы йыш иҫләйем. Борон бит кейем бөгөнгө шикелле күп түгел ине. Аслы-туҡлы үҫтек. Бер ҡасан да тамағыбыҙ икмәккә туймаҫ инде тип уйлай торғайным. Шөкөр, бөгөн мулыҡта йәшәйбеҙ.

Вера Семеновна яңғыҙы көн күрә, улы, унан бик алыҫ йәшәмәй, хәлен белешеп тора. Бүтән балалары ла йыш килеп йөрөйҙәр.

Фото: Евгений Гладышев.

101 йәшлек инәй менән осраштыҡ
101 йәшлек инәй менән осраштыҡ
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас