Йәмғиәт
10 Октябрь 2023, 06:00

Сәскәсе Зөлфәт

Ә һеҙҙең төбәктә сәскә үҫтерә белгән шундай шәп ағайҙар бармы? Ә бына Баймаҡта бар! 

Сәскәсе ЗөлфәтСәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт

Зөлфәт Йәнтурин Баймаҡ районының Әхмәр ауылында йәшәй. Ғүмер буйы урындағы хужалыҡта тырышып эшләгән кеше ул. Зөлфәт ағайҙың яратҡан шөғөлө - баҡса, ул айырыуса сәскәләр үҫтерергә ярата. Ул үҫтергән сәскә төрҙәре 30-ға етә!

Ғөмүмән, Мәрүәр һәм Зөлфәт Йәнтүриндарҙың ихатаһын күптәргә үрнәк итеп ҡуйырлыҡ. Баҡсаларында ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫтермәй улар! Быйыл Зөлфәт ағай ауыл биләмәһендә үткәрелгән сәскә үҫтереүселәр конкурсында 1-се урынды яулаған. Афарин, тибеҙ уға! 

Киләсәктә лә матурлыҡ тыуҙырыуҙан йәм табып, сәскәләре менән донъяны йәмләп йәшәргә яҙһын! 

Ә һеҙҙең төбәктә матур итеп сәскә үҫтерә белгән ир-егеттәр бармы? 

Фото һәм сығанаҡ: vk.com/bahetnama

Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Сәскәсе Зөлфәт
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас