

Саҡмағош районында булғандар уның йылдан-йыл матурланыуына иғтибар итмәй ҡалмайҙыр. Һуңғы биш йылды ғына алғанда ла, әллә күпме яңы объект барлыҡҡа килгән, халыҡ өсөн уңайлы шарттар булдырылған. Бөгөнгө мәҡәләбеҙҙә иғтибарҙы район үҙәге уртаһында өс йыл элек барлыҡҡа килгән Ғаилә ялы паркына йүнәлтмәксебеҙ. Ҙур майҙанды биләгән был парк биш өлөштән тора: илһөйәрлек, мәҙәни, спорт, балалар, йәшел зоналар. Уларҙың һәр береһе үҙ ҡыҙыҡһыныусыларын тапҡан.
Саҡмағош районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Светлана Шакирова, парк менән таныштырып, уның хәҙер халыҡтың яратҡан ял урынына әүерелеүе тураһында белдерҙе.
– Был парк 2020 йылда – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан иткән Зауыҡлы биләмәләр йылында асылды. Был ваҡиғаның Саҡмағош районының 90 йыллығы алдынан булыуы ла иҫтәлекле ине. Парк “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы һәм Социаль маҡсатлы программалар фонды ярҙамында төҙөлдө. Һәр зонаның үҙ тәғәйенләнеше. Мәҫәлән, мәҙәни зонала ҙур сәхнә урынлашҡан. Яңы йыл ҡаласығын тап ошонда төҙөү ҙә халыҡты йәлеп итмәй ҡалмай. Был майҙанда ҡышын Яңы йылға арналған саралар уҙғарыла, артабан уларҙы 1 Май, 9 Май һәм башҡа байрамдар дауам итә. Сәхнә эргәһендәге “Саҡмағошто яратам” тигән бәләкәй архитектура формаһы ла паркты тулыландырып, йәмләп тора, күңелгә рух өҫтәй. Сәхнәнән әллә ни йыраҡ түгел урынлашҡан фонтан менән беседкала ла халыҡ ял итергә ярата. Әйтергә кәрәк, тап ошо урында йәй дауамында райондың үҙәк китапханаһы хеҙмәткәрҙәре китап уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Был урынды “Әҙәби терраса” тип тә йөрөтәбеҙ. Яңы журналдар менән танышырға, китап алырға теләгәндәрҙең юлы өҙөлмәй, – тип һөйләне Светлана Фларис ҡыҙы.
Паркта ҙур экран эленеүе күҙгә ташланды, уның аша ошонда килгән халыҡҡа төрлө кәрәкле мәғлүмәттәр еткерелә.
Балалар зонаһын да кескәйҙәр яратып ҡабул иткән. Ғәҙәттә, был урында ата-әсәһе менән бергә килгән бәләкәстәрҙе күрергә мөмкин. Йомшаҡ япмалы уйын һәм спорт майҙансығы балаларҙың хәүефһеҙлеген хәстәрләп эшләнгән.
Парк менән иртәнге сәғәттәрҙә танышып йөрөһәк тә, спорт зонаһында тренажерҙарҙа күнекмә мәлендә саҡмағоштарҙы тап иттек. Таһир Шакиров бында үҙенең ейәне менән килгәйне. Таһир ағай 65 йәшкә етеп килһә лә, йәйен велосипедта, ҡышын көн һайын саңғыла йөрөй. Хәҙер инде үҙенең ейәнен дә спортҡа ылыҡтырып үҫтерә.
– Көн дә киләбеҙ был майҙанға. Ошондай парк асылыуына мин бик шат, йәш быуында спортҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн ҙур мөмкинлек был, – тине ул, бындағы шарттарға ҡәнәғәт булыуын белдереп.
Тренажерҙарҙа шөғөлләнгән йәнә бер замандашыбыҙҙы осраттыҡ. Ул хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыты иркенәйеүе, шуға спортҡа ылығыуы тураһында әйтте. Көндөҙ паркта кеше күп булыуын күҙ уңында тотоп, иртә менән, йәғни тынысыраҡ мәлдә килеүҙе хуп күргән.
Парктың бер өлөшөн биләп торған Йәшел зонаның да үҙенең йәме бар. Элекке ағастарға өҫтәп, яңылары ултыртылған, төрлө йәнлек һындары ла был майҙансыҡты тулыландыра.
Парктағы илһөйәрлек зонаһы иң ҙур майҙанды биләй. Элек унда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә стела ғына булһа, һуңғы йылдарҙа был урын байытылған. Стела эргәһендәге мәрмәр ташҡа Саҡмағош ауылы биләмәһенән һуғышта һәләк булған һәм иҫән ҡайтҡан яугирҙәрҙең исемдәре уйып яҙылған. Бынан тыш, Саҡмағоштан сыҡҡан өс Советтар Союзы Геройы һәм Дан орденының тулы кавалерына бюст ҡуйылған. Ошо рәүешле ҙур комплекс барлыҡҡа килгән.
Эргәлә генә сик буйы һаҡсыларына, десантсыларға, хәрби-диңгеҙ флотында, ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәргә ҡуйылған һәйкәлдәр ҙә йәш быуында илһөйәрлек тойғоһон үҫтереүгә булышлыҡ итә. Улар “Атайсал” проектына ярашлы яҡташтар тарафынан булдырылған.
Саҡмағошта йорт ихаталарының күркәмлеге лә иғтибарҙы йәлеп итмәй ҡалмай. 2019 йылдан тормошҡа ашырылған “Башҡорт ихаталары” ихата биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү программаһында уңышлы ҡатнашыуҙары ла быға булышлыҡ итә. Программаның маҡсаты – күп фатирлы йорттарҙа йәшәгән граждандар өсөн уңайлыҡтар тыуҙырыу.
2019 йылда ошо программа буйынса Иҫке Ҡалмаш ауылында Нефтселәр һәм Ғәлимов урамдарындағы йорттар эргәһендә ихата биләмәһе төҙөкләндерелгән. 2020 йылда Саҡмағош ауылында Тыныслыҡ, Төҙөлөш, Ялан урамдарындағы йорттарҙың ихаталары яңы төҫ алған. Үткән йыл да һөҙөмтәле булған. Былтыр район үҙәгендә Тыныслыҡ һәм Коммунистик урамдарында урынлашҡан йорттар эргәһендәге ихаталар төҙөкләндерелгән. Ошо уҡ урамдарҙағы башҡа йорттар янында йәнә бер ихата күптән түгел яңыртылған.
“Башҡорт ихаталары” программаһы ихаталарға яңы биҙәктәр өҫтәй, унда йәшәүселәргә уңайлыҡтар тыуҙыра. Киләсәктә лә саҡмағоштарҙың ошо программала ҡатнашырға ниәте бар.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған “Башҡорт ихаталары” программаһы республикабыҙҙа бишенсе йыл рәттән тормошҡа ашырыла. 2019 – 2022 йылдарҙа ғына ла программа буйынса 1120 ихата төҙөкләндерелгән.
Быйыл иһә “Башҡорт ихаталары” программаһында Өфөнөң 18 ихата биләмәһе ҡатнашҡан, улар күп фатирлы 61 йортто йәлеп иткән. Республикабыҙ баш ҡалаһында 2019 –2022 йылдарҙа барлығы 155 ихата яңыртылған.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

