Йәмғиәт
13 Октябрь 2023, 04:00

"Икенсе" әбейҙәр сыуағы була, тиҙәр

Синоптиктар фаразлауынса...

"Икенсе" әбейҙәр сыуағы була, тиҙәр"Икенсе" әбейҙәр сыуағы була, тиҙәр
"Икенсе" әбейҙәр сыуағы була, тиҙәр

Көҙ хакимлыҡ итә: көндәр һыуыта. Синоптиктар фаразлауынса, республикала һалҡын һәм ямғырлы көндәр көтөлә. 

Йома, 13 октябрҙә, бер аҙ ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Температура төндә -2, +3°, көндөҙ +5, +10°.

Шәмбе, 14 октябрҙә, урыны менән бер аҙ ямғыр. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Төндә 0, +5°, көндөҙ +7, +12°.

Көҙ йылтырап торһа ла һалҡынса, шуға күрә йылыраҡ кейенергә онотмағыҙ!

Ә бит алдараҡ синоптиктар быйыл игеҙ әбейҙәр сыуағы була тип әйткәйнеләр ҙә бит. Күрәһең, булмаҫ, ахыры...

Фото: "Башинформ"

Автор:Карима Усманова
Читайте нас