

Һуңғы арала билдәле йырсы Зәйнетдин юғалып торған кеүек ине. Әле асыҡланыуынса, ул ғаиләһе менән дауаханаға эләккән. Сир хатта бер ай элек кенә тыуған бәпестәренә лә йоҡҡан.
“Мин вируслы инфекция эләктерҙем һәм уны өйгә алып ҡайттым. Тәүҙә Регина сирләп китте, уның артынан Айлин ҡыҙыбыҙ. Мин иң нығы ҡыҙҙарымдың һаулығы өсөн ҡурҡтым”, - тип яҙҙы ул социаль селтәрҙә.
Зәйнетдин дауахана палатаһынан фото ҡуйған. Унда күренеүенсә, ғаилә дауаханала бергә ятҡан. Әле улар бөтәһе лә һауыҡҡан һәм өйҙәренә ҡайтҡан.
Ул үҙенең сирләп китеүен ялһыҙ күп эшләүе менән бәйләй. Шуға күрә күберәк ял итергә, һаулыҡты ҡайғыртырға кәрәк тигән һығымта яһаған. Һеҙ ҙә үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, дуҫтар.
Фото: социаль селтәрҙәр.