Йәмғиәт
15 Октябрь 2023, 05:00

Тимур өйөнә ҡайтты, әммә...

Апрель башында мунсала сағында малайға еҙнәһе балта менән һөжүм иткәйне.

Тимур өйөнә ҡайтты, әммә...Тимур өйөнә ҡайтты, әммә...
Тимур өйөнә ҡайтты, әммә...

Яҙғыһын Стәрлебаш районында булған фажиғә бөтә Башҡортостанды тетрәтте. Мунсала йыуынып ултырған 12 йәшлек Тимурға еҙнәһе балта менән ташланып, күп йәрәхәттәр һалғайны. 

Малай шунан бирле Өфө, Мәскәү дауаханаларында дауаланды. Табиптар уны ҡотҡарыуға бар көсөн һалды. Үҫмерҙең ҡул-аяҡтары сапҡыланып, организмы ҡанының 40 процентын юғалтҡан ине.

Әле Тимур, ниһайәт, өйөнә ҡайтты. Уны мәктәптә класташтары - Шайморатов класы - шарҙар тотоп һәм алҡышлап ҡаршы алды. Иптәштәре тотҡан плакатта "Тимур, беҙ һиңә шатбыҙ! Һин тағы ла беҙҙең менән! Рәхим ит!" тип яҙылған. 

Малай әле инвалид коляскаһында һәм ҡултыҡ таяҡтарында хәрәкәт итә. Уға әле реабилитация курстары үтергә кәрәк.

Райондаштары уға хәлдән килгәнсә ярҙам итте: аҡса йыйып, иҫкеһе фажиғәне хәтеренә төшөрөп тормаһын өсөн яңы мунса төҙөнөләр һәм малай коляскала йөрөй алһын өсөн уның йорто янындағы ерҙә бетон япма түшәнеләр.

Тимур өйөнә ҡайтты, әммә әлегә үҫмер өйҙә уҡыясаҡ. Уға тулыһынса йүнәлеп, аяҡҡа баҫып китеүен теләйбеҙ.

Фото: https://vk.com/club183772247

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас