

“Мәскәүҙә Рәсәй Фәндәр академияһы президенты Геннадий Красноков менән осраштыҡ. Был һөйләшеүҙә шулай уҡ Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡаҙыханов ҡатнашты.
“Түңәрәк өҫтәл”дә республикала фәндең үҙ-ара эш итеүе һәм үҫеше, фәнни көн тәртибен юғары уҡыу йорттарына интеграциялау мәсьәләләре тикшерелде. Республикала Рәсәй Фәндәр академияһының донъя кимәлендәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыуына айырым иғтибар бүленеүе тураһында һөйләштек.
Рәсәй Фәндәр академияһы — Башҡортостандың күптәнге хеҙмәттәше. Мәҫәлән, 2019 йылдан беҙҙең төбәктә "Рәсәй Фәндәр академияһының төп мәктәптәре" тип аталған күләмле проект тормошҡа ашырыла, унда республиканың биш мәктәбе ҡатнаша. Был проект ярҙамында мәктәп уҡыусылары фәнгә сумып, юғары технологиялы үҫеш өлкәһендә уңышлы карьера төҙөй ала.
Рәсәй Фәндәр академияһының структур подразделениеларының береһе — Рәсәй Фәндәр академияһының Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары институты һәм Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшеренеү үҙәге Евразия фәнни-мәғариф үҙәге ағзаһы булып тора. Уҡыу йорттары ҙур ҡаҙаныштарға эйә — күп һанлы рационализаторлыҡ проекттары һәм уникаль уйлап табыуҙарға халыҡ-ара патенттар алынған.
Рәсәй Фәндәр академияһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек төбәктең фәнни-ағартыу потенциалын сифатлы арттырыр, шулай уҡ республиканың да, беҙҙең юғары уҡыу йорттарының да фундаменталь тикшеренеүҙәре өсөн уңайлы майҙансыҡ булдырыр, тип ышанам”, - тип яҙа осрашыуҙан һуң тәьҫораттары менән бүлешеп Максим Забелин.
Фото Максим Забелиндың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.