Йәмғиәт
16 Октябрь 2023, 15:00

Нурия исемле ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Унан 14 октябрҙән бирле хәбәр юҡ.

Нурия исемле ҡыҙҙы эҙләйҙәрНурия исемле ҡыҙҙы эҙләйҙәр
Нурия исемле ҡыҙҙы эҙләйҙәр

Башҡортостан ирекмәндәре 15 йәшлек Нурия Климованы эҙләй. Ул шәмбе, 14 октябрҙә, хәбәрһеҙ юғалған. “БаРС” эҙләү отрядынан белдереүҙәренсә, ҡыҙ ҡара куртка, күкһел водолазка, һорғолт яҙыуҙары булған ҡара олимпийка, аҡ кроссовка һәм "Borussia Dortmund” тигән яҙыулы ҡара кепка кейгән булған. Ҡыҙҙың күҙҙәре һоро, сәсе һорғолт.

Үҫмер ҡыҙ тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белһәгеҙ, 8-937-3-102-112 йәки 112 берҙәм телефон һандары буйынса шылтыратыуығыҙҙы һорайҙар.

Фото: “БаРС” эҙләүҙәр отряды.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас