Йәмғиәт
17 Октябрь 2023, 10:30

Күрһәткестәр яҡшыра

2023 йылдың тәүге 9 айында Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 116 күп фатирлы торлаҡ йорт дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйылған.

Күрһәткестәр яҡшыраКүрһәткестәр яҡшыра
Күрһәткестәр яҡшыра

Былтыр иһә был күрһәткес 90 күп фатирлы йортто тәшкил иткән. Был хаҡта төбәк ведомствоһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.

– Башҡортостан Республикаһы биләмәләрҙе комплекслы үҫтереү проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлөүен дауам итә. Бөгөн күп фатирлы йорт һәм уның составындағы объекттарҙы ер участкаһының урынлашыу схемаһы нигеҙендә төҙөргә мөмкин, – тип хәбәр итте Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец.

Күп фатирлы йорттарҙы һәм уларҙа булған бөтә торлаҡ һәм торлаҡ булмаған биналарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғаризаларҙы капиталь төҙөлөш объектын файҙаланыуға тапшырыуға рөхсәт биреүсе органдар Росреестр идаралығына тапшыра.

– Йыл башынан Башҡортостанда ике миллион квадрат метрҙан ашыу, шул иҫәптән 700 мең квадрат метр самаһы күп фатирлы йорттар сафҡа индерелгән, – тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артем Ковшов.  

Әлеге ваҡытта Башҡортостанда етешһеҙлектәр булмаған осраҡтарҙа күп фатирлы йорттарҙы кадастр иҫәбенә ҡуйыу өсөн дүрт көн талап ителә.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Зәйнуллина
Читайте нас