Йәмғиәт
17 Октябрь 2023, 14:00

Килемле бизнесын һатып...

...ҡыр хайуандарын ҡотҡарыуға йүнәлеш алған. "Ниәтем - үҙемдән һуң изге эштәр ҡалдырыу", ти ул.

Килемле бизнесын һатып...Килемле бизнесын һатып...
Килемле бизнесын һатып...

Ҡырағай хайуандарҙы ҡотҡарыу үҙәге «Пин һәм Пуф» бер нисә йыл элек барлыҡҡа килгән, тип яҙа "Башинформ". Уны, килемле бизнесын һатып, Өфө егете Дмитрий Стрельников ойошторған. Тормошон, ғөмүмән, бар булмышын бәләгә тарыған, яраланған кейек-ҡоштарҙы ҡотҡарыуға арнаған ул. Әүәл был эшенә бизнесын һатыуҙан килгән аҡсаһы етеп торған, әммә тора-бара кеҫәһе һайыҡҡан. Шунан, күп уйлап тормай, Дмитрий зоотакси асып ебәргән, өҫтәүенә дауалауға түләүле заказдар ҙа ала башлаған. Бер эштән дә ҡурҡып тормай Дмитрий, электр уты үткәреп тә, «аҡыллы өйҙәр» өсөн монтаж эштәре менән дә шөғөлләнә, төрлө юлдар менән бәләкәй дуҫтарына ярҙамға аҡса табырға тырыша (әйткәндәй, ул уларҙы «балаҡайҙар» тип атай). Сөнки үҙәк уның үҙ көсөнә генә таянып, йәшәп килә.

Артабан «пациенттары» күбәйеп киткәс, айырыуса Ҡыҙыл китапҡа ингәндәр өҫтәлгәс, был эшен законлаштырырға ҡарар итә Дмитрий Стрельников. Үҙәктең исеме беренсе ҡотҡарылған хайуандар исеменә бағышлап аталған, әле улар был донъяла юҡ инде. Пин исемле ҡуян һәм Пуф исемле диңгеҙ сусҡаһы үҙәккә бик ауыр хәлдә эләгә, хеҙмәткәрҙәр уларҙы дауалап аяҡҡа баҫтыра. Йәмғеһе үҙәктә 300 төр хайуан һәм ҡошҡа ярҙам иткәндәр, улар республикабыҙҙың төрлө райондарынан килтерелгән. Дауалап һауыҡтырғас, үҙаллы йәшәй алғандарҙы иреккә ебәргәндәр, ҡанаты ҡайырылған йә ғәрипләнгәндәр үҙәктә ҡалған. Үҙе асҡан үҙәк киләсәктә төбәк кимәлендә үҫешер, тип хыяллана Дмитрий. Бының өсөн ҙур бина төҙөп ҡалдырыу маҡсаты.

Ниңә был эшкә йөрьәт иттең, килемле эшеңдән баш тарттың, тигән һорауға, «Үҙемдән һуң изгелектәр ҡалдырғым килде», - тип яуап ҡайтарған Дмитрий Стрельников.

Фото: "Башинформ".

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас