Бөгөн республикала 16 градус йылы була, тип хәбәр итте синоптиктар. 17 октябрҙә иһә яуым-төшөм көтөлмәй. Көндөҙ республиканың көнбайыш райондарында ғына бер аҙ ямғыр һибәләүе ихтимал. Ел көньяҡтан, талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы: +11, + 16 градус.
18 октябрҙә бер аҙ ямғыр яуа, төндә төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар һибәләүе көтөлә. Ел көньяҡтан, урыны менән көсәйә. Һауа температураһы: -2, +3 градус, көндөҙ: +4, +9.
19 октябрҙә һауа торошонда артыҡ үҙгәрештәр көтөлмәй. Бер аҙ ямғыр яуыуы, төньяҡ һәм таулы райондарҙа ҡар төшөүе ихтимал. Ел көньяҡтан, талғын. Һауа температураһы төндә: -2, +3 градус, көндөҙ: +4, +9.
Фото: “Башинформ”.