

Республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары һигеҙ йүнәлеш буйынса 609 башланғыс тәҡдим итте. Волга буйы федераль округында икенсе урынды Һамар өлкәһе, өсөнсөнө Татарстан Республикаһы биләй.
Фондтың ун етенсе конкурсына ғаризалар ҡабул итеү 16 октябрҙә тамамланды. Президент гранттары фонды хәбәр итеүенсә, илдең 88 төбәгенән (Чукотка автономиялы округынан тыш) 9458 коммерцияға ҡарамаған ойошма 10827 проект тәҡдим иткән. Дүрт яңы төбәктән йәмғеһе 47 проект тапшырылған.
Конкурс еңеүселәре 2024 йылдың ғинуарында билдәләнәсәк. Хупланған башланғыстарҙы финанслау 2024 йылдың 1 февраленән башлана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда еңеүселәр һаны буйынса Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында – дүртенсе, Волга буйы федераль округы субъекттары араһында икенсе урын алды.
Фото: