Йәмғиәт
18 Октябрь 2023, 13:00

Сәхиуллиндар ғаиләһе гуманитар ярҙам йыйыу пунктына бал алып килгән

Районда битараф булмаған халыҡ күп һәм был шатландыра, сөнки армияға иң яҡшы ярҙам – ышаныслы тыл.

Сәхиуллиндар ғаиләһе гуманитар ярҙам йыйыу пунктына бал алып килгәнСәхиуллиндар ғаиләһе гуманитар ярҙам йыйыу пунктына бал алып килгән
Сәхиуллиндар ғаиләһе гуманитар ярҙам йыйыу пунктына бал алып килгән

Илеш районының Тыпый ауылында йәшәгән Римма Хәтмулла ҡыҙы һәм Фәүис Ниғмәтулла улы Сәхиуллиндар хәрбиҙәребеҙ өсөн 68 банка бал тапшырҙы. Ошо көндәрҙә Илеш балы яугирҙәргә махсус хәрби операция биләмәһенә оҙатыласаҡ.

“Сәхиуллиндар ғаиләһенә һәм яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәткәндәрҙең барыһына ла ихлас күңелдән рәхмәт белдерәм. Районда битараф булмаған халыҡ күп һәм был шатландыра, сөнки армияға иң яҡшы ярҙам – ышаныслы тыл”, – тип белдерҙе Илеш район хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Фото: vk.com/ildar_mustafin_ilish

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас