

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң фатирына торбалар аша һыуһар (куница) ингән.
Фатир хужаһы ҡайтып инеп, түбәндәге күренешкә тап була: йыуыныу бүлмәһе аҫты-өҫкә килгән, шампундәр, гелдәр иҙәндә ята, ванна ҡорғаны өҙгөләнгән. Етмәһә, мөйөштән ниндәйҙер ырылдаған тауыш килә. Аптырауға ҡалған иргә ҡотҡарыусыларға шылтыратыуҙан башҡа сара ҡалмай.
Ҡотҡарыусыларға Өфөнөң символын – ҡото алынған кейекте көпләнгән стенаны асып алырға тура килә. Шулай итеп, саҡырылмаған ҡунаҡты имен генә тотоп, кире урманға ебәргәндәр.
Сығанаҡ: Башкирия online.
Фото видеонан скриншот.