

Ҡояшлы көндәрҙән һуң һауа торошо кинәт үҙгәрҙе. Социаль селтәрҙә Йылайыр районы Сәләх ауылында, Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай һәм Ниғәмәт ауылдарында ҡар яуыуы тураһында фото һәм видеояҙмалар һалынды. Әйткәндәй, бөгөн күп кенә райондарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы фаразлана. Юлдағыларҙы иғтибарлы булырға саҡырабыҙ!
Халыҡ һынамыштары буйынса, тәүге ҡарҙан һуң 40 көн үткәс, ҡар ятыуы көтөлә. Әгәр ысын булһа, 40 көндән һуң еребеҙгә ап-аҡ ҡарҙар ятыр. Һеҙҙең яҡтарҙа ҡар яуамы? Көн торошо нисек? Фотолар һәм видеоларығыҙ менән бүлешһәгеҙ ине.
Фото: Зөлфирә Таһирова
Видеояҙма: Рәүилә Хәсәнова.