

Күптән түгел Баймаҡ районының Әхмәр ауылынан сәскәсе Зөлфәт ағай Йәнтүрин тураһында хәбәр иткәйнек инде, бөгөн иһә һүҙебеҙ йәнә бер Баймаҡ районынан матурлыҡҡа ғашиҡ, сәскәләр һәм гөлдәр үҫтерергә маһир Айсыуаҡ Байраҡаев хаҡында булыр. Фуксия һәм гибискустар үҫтереү оҫтаһы Айсыуаҡ Байраҡаевтың өйөнөң эсе генә түгел, баҡсаһы ла йәй башынан уҡ шау сәскәгә күмелә.
Йүнсел егет был эш менән күптән шөғөлләнә һәм гөл, сәскә үҫентеләре менән һатыу итә. Әйткәндәй, Айсыуаҡ Байраҡаев "Бәхетнамә" тапшырыуы үткәргән «Ихатаһы тулы сәскә, тирә-яҡҡа нур сәсә» фотоконкурсында ҡатнаша. Сәскә һәм гөлдәр үҫтерергә яратҡан егет менән гәзитебеҙҙең алдағы һандарында таныштырырбыҙ.
Фото: "Бәхетнамә" төркөмөнән