Йәмғиәт
21 Октябрь 2023, 13:00

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!

Вәлит һәм Комсомол ауылдарының тәүәккәл ҡатын-ҡыҙҙары мини-футбол буйынса көс һынашты...

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!

Хәйбулла районында “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ярашлы, төрлө  спорт ярыштары үтеп тора. Яңыраҡ Вәлит һәм Комсомол ауылдарының тәүәккәл  ҡатын-ҡыҙҙары мини-футбол буйынса көс һынашты, тип хәбәр итә “Хәйбулла хәбәрҙәре”. Сәмләнеп уйнаған аҫыл зат вәкилдәренең ярышын ҡарарға тамашасылар ҙа йыйылғайны.

“Беҙҙең 75 йәшлек Маһиәсмә инәйебеҙ ҡапҡала тороп, бер гол да индермәне!”– тип ғорурланған ярышты күҙәтеүсе көйәрмәндәрҙең береһе социаль селтәрҙә. Донъя мәшәҡәттәрен ҡалдырып тороп, буш ваҡыттарын йөкмәткеле, ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышҡан ҡатын-ҡыҙҙарға  “Афарин!” тиергә генә ҡала.

Фото: “Хәйбулла хәбәрҙәре”.

Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!
Хәйбулла ҡатын-ҡыҙҙары туп тибә!
Автор:Дина Арсланова
Читайте нас