Йәмғиәт
22 Октябрь 2023, 04:00

Көлөп алайыҡ әле!..

Уҡытыусының, иң әсе йәшелсәне атағыҙ, тигән һорауына Вәли исемле малай нимә тип яуап биргән? Тыңлайыҡ...

Көлөп алайыҡ әле!..Көлөп алайыҡ әле!..
Көлөп алайыҡ әле!..

Биология дәресе бара.

- Балалар, йә әйтегеҙ әле, был донъяла иң илатҡыс йәшелсә нимә? – тип һораған, ти, уҡытыусы.

Бер ни хәтлем тынлыҡтан һуң Вәли ҡулын күтәргән.

– Әйҙә, Вәли, яуап бир, – тигән уҡытыусы.

– Картуф, – тигән Вәли.

– Юҡ шул, картуф түгел, кем дөрөҫ яуап бирер, әүҙемерәк булығыҙ, – тип йәнә ҡыҙ-малайҙарға өндәшкән уҡытыусы.

Вәли тағы ла ҡулын күтәреп яуап биргән, шул уҡ картуфты әйткән.

Уҡытыусы һуған тип әйттергеһе килгән, әммә быны берәү ҙә белмәгән.

– Улай булғас, Вәли, аңлат, ни өсөн картуф? – тигән уҡытыусы.

– Теге көндө мәктәп баҡсаһында картуф ҡаҙығанда Сәлим бәргән картуф танауыма килеп тейгәйне, шундуҡ күҙҙәрҙән йәштәр атылды, - тимәһенме Вәли!

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас