Йәмғиәт
23 Октября 2023, 08:00

Ауылдарҙа - көҙгө муллыҡ

Уңған хужабикәләр ҡош-ҡорт йолҡоу өмәләрен башланы

Ауылдарҙа - көҙгө муллыҡАуылдарҙа - көҙгө муллыҡ
Ауылдарҙа - көҙгө муллыҡ

Республика ауылдарында ҡош-ҡорт йолҡоу өмәләре башланды. Уңған хужабикәләр бройлер тауыҡтарын таҙалап, күптән инде һыуытҡыстарға һалып та өлгөрөп, әле өйрәк йолҡа башлаған. Артабан Ҡаҙ өмәләре гөрләйәсәк.

Сираттағы командировкала беҙ Баймаҡ районы Йомаш ауылында Дилә Юнысбаеваның өйрәк йолҡоу өмәһенә тура килдек. Йорт хужабикәһенә ярҙамға апайы Ләлә Вәлиева менән әсәһе, 86 йәшлек Миңзифа Байегетова килгән. 

- Һәр саҡ бер-беребеҙгә ярҙамлашып эшләйбеҙ, бөгөн хатта әсәй ҙә килеп етте. Бройлер тауыҡтарын таҙартып алғайныҡ, әле өйрәктәрҙе һуйҙыҡ. Бик һимеҙ күренә, балалар һәм туғандар менән бергәләшеп ашарға яҙһын! - ти хужабикә Дилә Ильяс ҡыҙы.

Әле республиканың күп ауылдарында халҡыбыҙҙың милли йолаһы булған ҡаҙ өмәләре гөрләй. Муллыҡ һәм байлыҡ байрамдары һәр йортта үтһен, табындар мул һәм бәрәкәтле, донъялар тыныс булһын!

Автор фотоһы һәм видеоһы.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас