Йәмғиәт
24 Октябрь 2023, 06:45

Шамонинда – ҡурҡыныс авария

Ни өсөн транспорт йөрөтөргә хоҡуғы булмаған, юл ҡағиҙәләрен белмәгән, бәлиғлек осорона етмәгән балаларына ата-әсәләре мотоцикл, квадроцикл һатып ала икән? 

Шамонинда – ҡурҡыныс аварияШамонинда – ҡурҡыныс авария
Шамонинда – ҡурҡыныс авария

Ошо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылында ҡурҡыныс авария теркәлгән:  мотоцикл менән машина бәрелешкән.

Һөҙөмтәлә машина эсендә ултырған балалар ҙа, мотоцикл менән идара иткән 14 йәшлек үҫмер ҙә ҡазаланған. Үҫмерҙең ҡулдары, аяғы һынған, ә машина эсендәге баланың күҙенә быяла ярсығы эләккән. Балаларҙы "Тиҙ ярҙам" табиптары дауаханаға алып киткән.

Юл-транспорт ваҡиғаһы шаһиттары билдәләүенсә, машина төп юлдан килгән, мотоцикл юғары тиҙлектә килеп, уға бәрелгән.

Транспорт йөрөтөргә хоҡуғы булмаған, юл ҡағиҙәләрен белмәгән йә иҫәпкә алмаған, бәлиғлек осорона етмәгән балаларына ата-әсәләре мотоцикл, квадроцикл һатып ала, шуның менән башҡаларҙың да, үҙҙәренең ғәзиздәренең дә ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуя…

Фото БашДтп.

Шамонинда – ҡурҡыныс авария
Шамонинда – ҡурҡыныс авария
Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас