

Башҡортостаныбыҙҙың һәр төбәге үҙенсәлекле һәм ҡабатланмаҫ. Баш ҡалабыҙҙан артыҡ йыраҡ урынлашмаған Ғафури районы иһә үҙенең уңған, егәрле халҡы менән дан тота.
Бөгөн бында эш сәфәре менән Башҡортостан Журналистар союзы рәйесе, "Башҡортостан" гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов, баш мөхәррир урынбаҫары Алһыу Миңлейәр ҡыҙы Әһлиуллина, мәғариф бүлеге мөдире Гөлдәр Әхәт ҡыҙы Яҡшығолова, социаль бүлек мөдире Айһылыу Әхмәт ҡыҙы Низамова, шулай уҡ коллегаларыбыҙ – яҙыусы, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Сәхиулла улы Ҡунафин һәм "Башҡортостан уҡытыусыһы" журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов та килде.
Бай тарихлы “Башҡортостан” гәзите менән бергә Ғафури районына мәртәбәле ҡунаҡ - Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Ҡәҙим Аралбай менән өмөтлө йырсы Азамат Ғөбәйҙуллин да юлланды.
Ғафури районы хакимиәтендә Ғафури районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы
Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, район советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәтенең эштәр идарасыһы Нурсилә Мөхәмәтулла ҡыҙы Хәсәнова һәм башҡалар ҡаршыланы. Осрашыуҙа һүҙ район яңылыҡтары, матбуғат һәм башҡа мәсьәләләр тураһында барҙы. Сарала Вәдүт Ғәйфулла улы Зөһрә Әхтәмоваға "Башҡортостан" гәзите менән даими хеҙмәттәшлек иткәне өсөн Рәхмәт хатын тапшырҙы.
Район үҙәге Красноусолда республикабыҙҙың арҙаҡлы тарихсы-ғалимы, археолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының беренсе рәйесе, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы советы рәйесе, тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Нияз Мәжитов исемен йөрөткән башҡорт гимназия-интернаты бар. Бында ҡәләм оҫталарын белем усағы директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова, уҡытыусылар, уҡыусылар, ағинәйҙәр һәм башҡалар ҡаршыланы.
- Бөгөн беҙҙә – ҙур байрам. Өфөнән ҙур делегация килде, – тине Гөлсөм Монасип ҡыҙы. – Бында ниндәй генә яҙыусыларҙы, әҙиптәрҙең һәм башҡаларҙың тауышы һеңмәгән! Беҙгә бындай осрашыуҙар бик кәрәк.
Башҡортостандың Журналистар союзы рәйесе, “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов үҙенең хеҙмәт юлын башҡорт теле һәм уҡытыусыһы булараҡ башлауы, “Башҡортостан” гәзитенең республика исемен йөрөткән баҫма булыуы һәм башҡалар тураһында һөйләне.
Ғафури районы советы, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Зөһрә Рауил ҡыҙы Әхтәмова, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов сығышында матбуғат һәм башҡалар тураһында әйтте.
Вәдүт Ғәйфулла улы Исхаҡов “Башҡортостан” гәзите менән даими хеҙмәттәшлек иткәндәре өсөн Ғафури районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге етәксеһе Рауил Солтанморатовҡа, бүлек белгесе Әлфиә Шаһиеваға, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасиповаға, белем усағының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Юлай Мәүлетҡоловҡа, Миләүшә Рәхимоваға Рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Ә ошо уҡ мәктәп-интернаттың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльвера Ҡунафина иһә Уҡытыусы һәм остаз йылы айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә республиканың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында үткәрелгән “Тел һаҡсылары” конкурсында III урын яулағаны өсөн диплом һәм, бәйге шарттарына ярашлы, гәзитебеҙгә ярты йыллыҡ подписка менән бүләкләнде.
Автор фотолары.