Йәмғиәт
25 Октябрь 2023, 03:00

Таштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙе

Ә һеҙ яҡтарҙа ҡаҙ өмәләре башландымы әле? Әллә ныҡлап ҡар ятҡанын көтәһегеҙме? 

Таштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙеТаштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙе
Таштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙе

"Көндәр һалҡынайтыу менән ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре башланды. Ошондай сара Әлшәй районының Таштүбә ауылында ла үткән.

Ауылдың уңған ғаиләләренең береһе – Вәлиәхмәтовтар ошо көндәрҙә ҡаҙ өмәһе үткәрҙе. Ҡаҙ йолҡорға улар күршеләрен, туғандарын, дуҫтарын саҡырып, халҡыбыҙҙың матур йолаһын еренә еткереп үтәне, аралашты. Күмәк кешегә эш сыҙаймы ни! Йырлай-һамаҡлай бергәләшеп башҡарған эш тә ырамлы булды - ҡош-ҡортто тәрбиәләп урынлаштырып та ҡуйҙылар. Уның араһында хужаларға матур изге теләктәр еткерелде.

Таштүбәләр быйыл «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша. Бында тырыш, егәрле, берҙәм халыҡ йәшәй. Файҙалы эш менән шөғөлләнгән кешенең насар ғәҙәттәргә ваҡыты ҡалмай”.

Ошондай йөкмәткеле хат алдыҡ Әлшәй яҡтарынан һәм эш кешеләре өсөн бик һөйөндөк.

Уңыштар һеҙгә, таштүбәләр!

Автор: Филүс Вәлиәхмәтов.

Таштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙе
Таштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙе
Таштүбәләр ҡаҙ өмәһе үткәрҙе
Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас