

Был – фәнни-белем биреү үҙәгенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрендә стартап-командаларға һәм бизнес-идеяларға ярҙам итеүҙең яңы башланғысы.
Евразия фәнни-белем биреү үҙәге университеттарында белем алыусыларҙың проектта ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Акселераторҙы үтеүгә айырым кешеләр ҙә, стартап-проекттарҙың әҙер командалары ла ғариза бирә ала.
18 стартап-проект еңеүсе тип таныласаҡ. Акселераторҙың приз фонды төбәк сығанаҡтарынан һәм университеттарҙы берлектә финанслауҙан төҙөлә. Уның суммаһы 15 миллион һум тәшкил итә.
Проектта ҡатнашырға ғаризаны 31 октябргә тиклем https://forms.yandex.ru/cloud/652f6f1873cee71c7389652b/ һылтанмаһы буйынса бирергә мөмкин.
Акселераторҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә яңы инновацион проекттар ғына барлыҡҡа килмәйәсәк, ә "Импульс-инновациялар" төбәктә заманса стартап-йәмғиәт булдырасаҡ.
Акселераторҙы ойоштороусы – Башҡортостан Республикаһы ғилми-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы.
Тулыраҡ https://nocrb.ru/acc сайтында
Конкурс положениеһы: https://disk.yandex.ru/d/Xjs7XbrVo_IOtQ
Фото: nocrb.ru