Йәмғиәт
26 Октябрь 2023, 03:00

Мөнәжәт йәнгә дауа бирә

Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сөмбөл Исмәғилева хәбәр итә... 

Мөнәжәт йәнгә дауа бирәМөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә

Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылы мәҙәниәт йортонда II район мөнәжәт башҡарыусылар фестиваль-конкурсы үткән. Ул йәштәрҙе лә, ололарҙы лә йәлеп иткән. Был хаҡта Ҡыйғы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Сөмбөл Исмәғилева хәбәр итә:  

 “Башҡортостаным – илем, мөнәжәт әйтә халҡым!”  тип аталған сара төрлө йәштәге 15 башҡарыусыны йыйҙы. Был байрам халыҡ араһында мосолман традицияларын популярлаштырыуға, халыҡ ижадын һәм мәҙәни мираҫын тергеҙеүгә һәм артабан үҫтереүгә, йәмәғәтселек иғтибарын  фольклорҙы һаҡлауға йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.

Ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Вәхитов, Дүшәмбикә ауыл советы ауыл биләмәһе башлығы Филнүс Ғизәтуллин сәләмләне.  Улар сараның йәш быуынды тәрбиәләүҙәге ролен билдәләп үтте. “Мөнәжәтселәр байрамы Дүшәмбикә ауылының бренд сараһына әйләнәсәк һәм ике йыл һайын ошо жанрҙы яратыусыларҙы йыясаҡ”, - тип билдәләне Филнүс Афрон улы.

Имам-мөхтәсиб Марсель Ғибаҙуллин билдәләүенсә, мөнәжәттәр рухи  таҙалыҡҡа һәм юғары намыҫлылыҡҡа саҡыра, ижади рухлылыҡ мөхитен булдыра һәм балалар өсөн генә түгел, өлкәндәр өсөн дә ҙур тәрбиәүи ҡиммәткә эйә, һәр кем ишеткәндәренең фәлсәфәүи мәғәнәһен аңларға тырышырға тейеш.

Шуныһын да билдәләп китергә кәрәк: сараға ойоштороусылар ҙа, ҡатнашыусылар ҙа яуаплы ҡараған. Сәхнәне байрам темаһына ярашлы биҙәүгә айырым иғтибар бүленгән. Үҙәктә ауыл йорто макеты урын алғайны,  был йылы йорт мөхите тыуҙырыуға булышлыҡ итте.

Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла музыкаль оҙатыуһыҙ  дини-фәлсәфәүи йөкмәткеле, тормош мәғәнәһе, ата-әсәләр һәм балаларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре тураһында мөнәжәттәрҙе көйләне.  Костюмдар уларҙың сығышын тулыландырҙы, һәр сығыш тамашасыларҙың йөрәгенә, күңеленә үтеп инде.

 Мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының район ойошмаһы етәксеһе Гөлнәзирә Зарипова рәйеслегендәге жюри номинацияларҙа еңеүселәрҙе билдәләне.

Иң йәш ҡатнашыусылар тип 12-14 йәшлек ҡыҙҙар танылды (Туғыҙлы ауылынан «Ҡыҙҙар-йондоҙҙар» триоһы).  Ҡолбаҡ ауылынан 86 йәшлек Нурия Рамазанова иң өлкән конкурсант булараҡ диплом менән бүләкләнде. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдарға лайыҡ булды.

"Мөнәжәт башҡарырға теләүселәр күп ине. Барыһы ла ысын күңелдән сығыш яһаны. Кисә бик йылы үтте, йыйылыусыларҙың бөтәһе лә башҡарыусыларҙы иғтибар менән, тын да алмайынса тыңланы. Байрам ҡунаҡтары халҡыбыҙҙың рухи һәм мәҙәни ҡиммәттәре  менән хозурланды, мәҙәниәт йортонда байрам кәйефе хөкөм итте”,  – тип  бәйә бирҙе сараға район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илдар Шәрәфетдинов.

Шул уҡ көндө районда ауыл биләмәләренең «Айыҡ ауыл–2023» конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыуы сиктәрендә айыҡлыҡ марафоны башланды. Марафондың шундай матур сара менән  старт алыуы символик мәғәнәгә эйә.

Дүшәмбикә ауыл советы "Айыҡ ауыл" штандартын – альбомды  Түбәнге Ҡыйғы ауыл биләмәһенә тапшырҙы. Түбәнге ҡыйғылар, үҙ сиратында, альбомға үҙ битен индереп, уны Кандаковка ауылы халҡына  тапшырасаҡ” – тип яҙа Сөмбөл Исмәғилева.

Фотолар авторҙыҡы.

 

 

Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Мөнәжәт йәнгә дауа бирә
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас