

Октябрь айының һуңғы көндәрендә еребеҙгә ап-аҡ ҡарҙар яуа. Олалар әйтеүенсә, был ҡар әлегә ятмаҫ, әммә бөгөнгө көндә күптәр ҡар әүәләп, Ҡарбабай яһай, ҡарҙа аунай. Ана, Баймаҡ районының Иҫәнбәт ауылында йәшәгән шиғри күңелле Гөлзифа апай Исрафилова Ҡарбабай яһап ултыртып, бик матур шиғыр ҙа ижад итеп өлгөргән.
ТӘҮГЕ ҠАР.
Октябрҙең әле саҡ яртыһы -
Ойоҫҡотоп ҡына ҡар яуа.
Әйтерһең дә, берәү ҡаҙын йолҡоп
Мамыҡтарын ҡоя һауанан.
Эй беренсе ҡарҙың аҡлығы!
Сафлығынан күҙҙәр ҡамаша.
Бала-сағаларҙың һөйөнөүе!
Ҡарап торҙом ҡылып тамаша.
* * *
Ябалаҡлап яуған мамыҡ ҡарҙар
Сал башыма ап-аҡ шәлен һалды.
Ҡышым мине өркөтмәйсә генә,
Наҙлап ҡына ҡосағына алды.
Устарыма емелдәшеп торған
Аҡ сәскәнән гөлләмәһен һалды.
Зәһәр һалҡынында өшөмәҫмен,
Йөрәгемә ҡышым ҡуҙын һалды.
Ә һеҙҙең яҡтарҙа ҡар яуамы? Ҡарбабай эшләмәнегеҙме әле?
Фото һәм шиғыр авторы: Гөлзифа Исрафилова.