Йәмғиәт
28 Октябрь 2023, 10:00

Йорттарының ҡото - балаларында

Матур донъя көтөүгә күмәк бала ҡамасауламай, ти Зариповтар.   

Йорттарының ҡото - балаларындаЙорттарының ҡото - балаларында
Йорттарының ҡото - балаларында

Ауылдарҙың йөҙөн күркәм ғаиләләр, эшһөйәр кешеләр биҙәй. Йәш ғаиләләр төпләнә, йорттар төҙөлә икән, тимәк, ауылдар ҙа йәшәйәсәк.

Миәкә районының Боғҙан ауылынан биш балалы  Гүзәлиә менән Ирнис Зариповтар ғаиләһе лә – ауылдарының күрке. Ике ҡатлы ҙур йорт, сәскәгә күмелгән матур ихата әллә ҡайҙан бында уңған хужалар йәшәүе тураһында иҫкәртеп тора.

 Гүзәлиә менән Ирнис – икеһе лә ошо ауылдан. Эшкә лә, донъя көтөргә лә өлгөргән бындай  пар тураһында “силәгенә күрә ҡапҡасы” тиҙәр.

Гүзәлиә Ғәрифйән ҡыҙы Боғҙан мәктәбендә 20 йылдан ашыу башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй. Был һөнәр уның бала саҡтағы хыялы икән.

–Өләсәйемдең тимер келәте булды. Шунда аҡбур  менән яҙып, уҡытыусы булып уйнай, туғаным Илмирҙе йыш ҡына уҡыусым итеп ултыртып ҡуя торғайным. Тимерҙәге яҙыу бик оҙаҡ ваҡыт юйылмай һаҡланды. Мәктәпте тамамлағандан һуң, Бәләбәй педагогия колледжына уҡырға индем. Һуңынан  ситтән тороп Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын да тамамланым, – тип һөйләне Гүзәлиә һөнәр һайлау тарихы тураһында.

Уҡып бөткәс, ҡалала тороп ҡалыу, унда эшкә урынлашыу мөмкинлеге лә була, ләкин тыуған ауылының тартыу көсө нығыраҡ булып сыға. Гүзәлиә үҙе уҡыған мәктәбенә эшкә ҡайта.

Күңеленә оҡшаған һөнәрен һайлап яңылышмай Гүзәлиә. Бөгөн дә ул эшенә ашҡынып бара, яратып дәрестәр бирә.

–Башланғыс кластарҙа уҡытыу ҡыҙығыраҡ, тип уйлайым. Бәләкәстәрҙе, ҡулынан тотоп тигәндәй, хәреф яҙырға өйрәтәһең. Ҡайһы саҡта арҡаларынан яратып алыу ҙа баланың күңеленә дәрт өҫтәй. Улар менән бергә шатланаһың, бергә көйөнәһең. Бала күңеленә юл таба белгәндә генә, эшеңде яратып була, –  ти Гүзәлиә Ғәрифйән ҡыҙы.

Уҡытыусы, биш бала әсәһе генә түгел ул, икенсе саҡырылыш  ауыл советы депутаты вазифаһын да башҡара. Ошо ауылда тыуып үҫеп, ғүмер буйы шунда  йәшәгәнгә лә урындағы  барлыҡ проблемалар уның күҙ алдында. Байтаҡ ваҡыт талап ителһә лә, халыҡ менән эшләргә яратҡан Гүзәлиә уны ла һис ауырһынмай башҡара.

Ирнисте лә ауылда йүнсел хужа, өлгөлө ғаилә башлығы булараҡ беләләр. Нимәгә тотонһа, шул ҡулынан килә, төҙөлөш эштәренә бала саҡтан өйрәнеп үҫкән. Атаһының балта эшенә оҫта булыуы ла йоғонто яһамай ҡалмай.  

– Үҫмер саҡтан Ришат ағайым менән атайыма эйәреп, өй бурарға йөрөнөк. Һигеҙенсе класта уҡығанымда атайымдың бригадаһы менән бер бинаның тәҙрәләрен алмаштырғаныбыҙ хәтерҙә. Шуға ағастан өҫтәл, ултырғыс кеүек йыһаз эшләү ҙә ауырлыҡ тыуҙырмай, – ти Ирнис Марат улы.

Ауылда тормош көтөүгә бала саҡтан әҙер булып үҫә Ирнис. Шуға ла мәктәпте тамамлағас,  тәүҙә водитель һөнәренә уҡып сыға, армиянан һуң тыуған ауылына ҡайта.  

 Үҙенә ғүмерлек йәрҙе лә Ирнис тыуған ауылынан һайлай.

– Ирнис - ағайымдың дуҫы ине. Беҙгә килеп йөрөгәс, бер-беребеҙгә күҙ һалғанбыҙҙыр инде. Мин 8-9-сы  кластарҙа уҡығанда, икебеҙ ҙә волейбол секцияһына йөрөй торғайныҡ. Команда менән район, зона ярыштарында ҡатнаштыҡ. Шул спорт сараларында ҡатнашыу ҙа беҙҙе яҡынайтты. Ирнис электән күп һөйләргә яратмай, тыныс холоҡло, әйткән һүҙен еренә еткереп эшләй белә. Тормошҡа ҡараштарыбыҙҙың бер төрлө булыуы ла донъя көткәндә ярҙам итә. Ҡайһы саҡта беребеҙ нимәлер тәҡдим итһә, икенсебеҙҙең дә шуны планлаштырып йөрөүе асыҡлана, – тип һөйләне Гүзәлиә, ғаиләнең татыулыҡ серҙәре менән уртаҡлашып.

 Ғаилә башлығының төҙөлөш эшенә оҫталығы донъя көткәндә лә ярҙам итә. Тирә-яҡҡа йәм биреп ултырған ике ҡатлы йорттарына ҡарап та, уның оҫталығын,тырышлығын баһалап була. Әйткәндәй, Зариповтар йорттарын төҙөгәндә, ауылдағы йәш белгес булараҡ та, дәүләт ярҙамынан файҙалана. Өйҙө район үҙәгендә лә төҙөү мөмкинлеге була, ләкин улар тап тыуған ауылдарында төпләнергә ҡарар итә.  

–Ауылымды, ауыл тормошон ныҡ яратам. Бала саҡтан уҡ ата-әсәйгә ярҙам итеп, һыйыр һауып, ҡош-ҡорт ҡарап,  эшкә өйрәнеп үҫкәнгә, ауылда йәшәүҙең бер ҡыйынлығын да тоймайым. Киреһенсә, бында барлыҡ уңайлы шарттар бар, иркен. Ике яҡлап та атай-әсәйҙәр эргәлә. Берәй тәмле ризыҡ бешерһәк, уларҙы тиҙ генә сәйгә саҡырып алабыҙ. Эш буйынса ҡайҙалыр барырға кәрәк булғанда ла, өләсәйҙәрҙең яҡында булыуы бик уңайлы. Балаларыбыҙ бәләкәйҙән өләсәй тәрбиәһендә үҫте. Атай-әсәйҙәребеҙ олоғайғанда уларға ла терәк кәрәк, – ти Гүзәлиә Ғәрифйән ҡыҙы.

 Йәштәр әле генә тормош ҡорған һымаҡ булһа ла, ваҡыт тигәнең байтаҡ ҡына үтеп киткән. Иң өлкән улдары Данисҡа хәҙер 19 йәш, ул Башҡорт дәүләт аграр университетының “Механизациялау һәм һанлы инжиниринг” факультетында өсөнсө курста белем ала. Дияс улдары –IX класта, Илзирә ҡыҙҙары –V класта, Данир улдары I класта уҡый, иң кеселәре Инзиләгә 1,8 йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.

Күмәк бала үҫтереү ауыр түгелме? Был һорауҙы Зариповтарға йыш бирәләр.Ғәмәлдә ғаиләнең ҡото, йәме лә күмәк балаларҙа, тигән фекерҙә улар.

– Үҙем малайҙар араһында үҫкәс, һеңлем булыуын  ныҡ теләй торғайным. Илзирә ҡыҙыбыҙ тыуғас,  уға иптәшкә Инзиләне лә алып ҡайттыҡ. Йортобоҙ балаларыбыҙ менән күркәм. Уларҙың һәр береһенең үҙ урыны, үҙ йәме, – тине бәхетле пар.

Ғаиләнең үҙенең ҡағиҙәләре лә бар. Ул ингәс тә өйҙөң стенаһына эленгән: “Биргән вәғәҙәңде үтә”,“Матур һүҙҙәр әйт”, “Башҡалар менән бүлешергә онотма”, “Үҙең генә түгел, башҡалар тураһында ла уйла”, “Атай-әсәйеңде тыңла”, “Һәр ваҡыт дөрөҫөн һөйлә”, “Зинһар” һәм “рәхмәт” һүҙҙәрен әйтергә онотма” һәм башҡа теләктәр яҙылған.

Күмәк балалы ғаиләлә бер-берең тураһында хәстәрләү – ғәҙәти күренеш. Бәләкәс кенә күстәнәсте лә барыһы ла тәмләрлек итеп бүлешеүҙә лә сағыла башҡалар тураһында уйлай белеүең.

Зариповтар ғаиләһендә эш тә үҙ-ара  бүленгән. Береһе һауыт-һаба йыуа, икенсеһе малды көтөүҙән ҡаршылай, өсөнсөһө ҡош-ҡорт ҡарай.

Эш тигәндән, малайҙар атайҙары эргәһендә хеҙмәткә өйрәнә, ҡыҙҙар –әсәйҙәренең ярҙамсыһы.

– Улдарымдың янымда һөнәргә өйрәнеп үҫеүе үҙҙәренә файҙаға ғына. Төҙөлөш серҙәрен белеү – донъя көткәндә лә  ғаилә өсөн ярҙам, кешенән эшләтер өсөн сығым китмәй, – ти Ирнис Марат улы.

Ғаилә башлығының техникаға ла оҫталығы бар. Үҙенең тракторы, төрлө ҡулайламалары булғас, бесән сабыу, йыйыу, ҡайтарыу уларға бер ниндәй ауырлыҡ тыуҙырмай.

Биш баланың биш төрлө ҡыҙыҡһыныуы бар, биш төрлө маҡсаттар менән яна. Улар менән дә әңгәмәләшеү форсаты тейҙе.

Мәҫәлән, Дияс спортты ярата. Бигерәк тә волейболды үҙ итә. Шулай уҡ футбол, еңел атлетика буйынса ярыштарға йөрөй. Былтыр баскетбол буйынса район ярышында ҡатнашып, команда менән беренсе урынды яулағандар. Киләсәктә ул үҙен нефтсе итеп күрә.

– Минең өсөн Данис ағайым –  өлгө. Уның һымаҡ аҡыллы, яуаплы булғым килә. Атайыма ла бар яҡлап оҡшарға тырышам. Ҡасан ярҙам һораһаң да, ул кире ҡаҡмай, хатта эштән арып ҡайтҡан саҡтарында ла, – тип һөйләне Дияс.

Ә бына Илзирә киләсәктә үҙен табип итеп күрә. Шуның өсөн әле яҡшы билдәләргә генә тырышып уҡый. Өйҙә ул әсәһенең төп ярҙамсыһы.

– Әсәйемдән торт, бәлештәр бешерергә өйрәндем. Киләсәктә уның һымаҡ уңған, матур булғым килә, –ти ҡыҙ.

Быйыл I класҡа барған Данирҙың да үҙ маҡсаттары.

– Миңә мәктәптә уҡыу оҡшай, бигерәк тә математика ҡыҙыҡлы. Буш ваҡыт булғанда, атайым менән балыҡҡа  барырға яратам. Уның һымаҡ машина йөрөткөм килә, – тине Данир.

Атай абруйы  был ғаиләлә юғары ҡуйылған. Әсәй кешенең “Атайыңдан һора, ул ни әйтер, уның менән кәңәшләш” тиеүендә лә балала атаһына ҡарата ихтирамлы мөнәсәбәт тәрбиәләнә.

“Бер -береңә юл ҡуя белеп йәшәгәндә генә, тормош  ыңғай бара”, – ти әңгәмәселәрем, бәхет серҙәре менән уртаҡлашып.

Донъяларында ҡот, бәрәкәт киләсәктә һүрелмәһен Зариповтар ғаиләһендә.

 Автор фотолары.

 

Йорттарының ҡото - балаларында
Йорттарының ҡото - балаларында
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас