Йәмғиәт
31 Октябрь 2023, 11:45

Биш йылда 1326 ихата төҙөкләндерелгән

Ул йорттарҙа 400 мең кеше йәшәй.

Биш йылда 1326 ихата төҙөкләндерелгәнБиш йылда 1326 ихата төҙөкләндерелгән
Биш йылда 1326 ихата төҙөкләндерелгән

Биш йыл эсендә – 2019-ҙан 2023 йылға тиклем –“Башҡортостан ихаталары” программаһы буйынса республикала 1326 йорт яны ихатаһы төҙөкләндерелгән. Ул йорттарҙа 400 мең кеше йәшәй. Был турала бөгөн Хөкүмәттә үткән аҙналыҡ кәңәшмәлә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова һөйләне.

2023 йылда ихаталарҙы төҙөкләндереүгә 1,27 миллиард һум аҡса йүнәлткәндәр. Был 206 ихатаны тәртипкә килтерергә ярҙам иткән.

– Министрлыҡ белгестәре Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы төбәк йәмәғәт контроле үҙәге менән берлектә даими рәүештә төҙөлөш-монтаж эштәре сифатын тикшереп тора, – тине Ирина Голованова. – Ремонт яһаған саҡта мотлаҡ рәүештә халыҡ фекере иҫәпкә алына.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағындағы төбәк йәмәғәт контроле үҙәге етәксеһе Анатолий Дубровский һөйләүенсә, күсмә тикшереүҙәр ваҡытында кешеләр республика етәкселегенә Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылған “Башҡортостан ихаталары” программаһы өсөн рәхмәт әйтә һәм уның дауамы менән ҡыҙыҡһына.

Проектты 2024 йылда тормошҡа ашырыуға әҙерлек башланған да. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, планда – 144 ихатаны төҙөкләндереү. Аныҡ исемлек халыҡ менән һөйләшкәс һәм эштәр күләме билдәләнгәс төҙөләсәк.

Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, “Башҡортостан ихаталары” программаһы бик ҙур ихтыяж менән файҙалана. Ул министрлыҡҡа һәм төҙөлөш ойошмаларына эштәрҙе тиҙ арала башҡарғандары өсөн рәхмәт әйтте.

Кәңәшмә барышында Радий Хәбиров Ирина Головановаға “Башҡортостандың атҡаҙанған иҡтисадсыһы” исеме бирелеүе тураһында ла иғлан итте.

– Һеҙ министрлыҡ менән лайыҡлы идара итәһегеҙ, ҙур күләм эш башҡараһығыҙ. Бының өсөн ҙур рәхмәт, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас