Йәмғиәт
31 Октябрь 2023, 07:00

Русланды эҙләйҙәр

Уны Өфөнөң Менделеев менән Баҡалы урамдары сатында осратҡандар.

Русланды эҙләйҙәрРусланды эҙләйҙәр
Русланды эҙләйҙәр

Яҡындары Руслан Хәсәновты эҙләй, ул тыумышы менән Илеш районынан.

Беҙгә билдәле булыуынса, 17 йәшлек Руслан 7 августа үҙе тыуып үҫкән Түбәнге Йәркәй ауылынан Өфө ҡалаһына сығып киткән. Әйткәндәй, уны күреүселәр ҙә бар. Уны 13 август көнө Өфөнөң Менделеев менән Баҡалы урамдары сатында осратҡандар.

Айырым билдәләре: ҡарап тороуға 17-20 йәшлек, буйы 165 сантиметр, ҡымтыҡ иренле, ҡарпыш ҡолаҡлы, кәүҙәгә ябыҡ.

Руслан Хәсәновты күреүселәр 102 йәки 8(347) 251-62-51 телефондарына шылтыратып хәбәр итһен ине.

Фото: Башҡортостандың Тәфтиш комитеты.

Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас