Йәмғиәт
1 Ноябрь 2023, 08:00

"Үләһем килмәй..."

Был шиғырҙы уҡыған 93 йәшлек инәй кем икән?

"Үләһем килмәй...""Үләһем килмәй..."
"Үләһем килмәй..."

Социаль селтәрҙәрҙә 93 йәшлек инәйҙең видеоһы таралды. Унда ул бик тасуири итеп үҙе яҙған шиғырҙы һөйләй. Кем икән, танымайһығыҙмы? Ә шиғыры "Үләһем килмәй" тип атала.

Үләһем килмәй

Ҡышын үләһем килмәй,
Яҙҙы күрәһем килә.
Гөрләп аҡҡан ҡар һыуҙарын
Ҡарап тораһым килә.

Яҙын үләһем килмәй,
Йәйҙе күрәһем килә.
Матур-матур сәскәләрҙән
Ҡалпаҡ үрәһем килә.

Йәйен үләһем килмәй,
Көҙҙө күрәһем килә.
Ҡыр ҡыҙҙарының киткәнен
Ҡарап тораһым килә.

Көҙҙөн үләһем килмәй,
Ҡышты күрәһем килә.
Ап-аҡ ҡарҙар яуғас,
Ҡарҙар көрәйһем килә.

Бик тә мәғәнәле, матур шиғыр. Ә инәйгә оҙон ғүмер, ныҡлы һаулыҡ. 

Сығанаҡ: https://vk.com/im?sel=166873706&w=wall231484436_5972%2Fa78e2fe22e875ac037

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас