

Мәскәүҙә 4 ноябрҙә "Рәсәй" күләмле күргәҙмә старт ала. Экспозиция ВДНХ биләмәһендә үтә.
Билдәле опера йырсыһы - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов "Рәсәй" халыҡ-ара күргәҙмә-форумының ҡунаҡтарын Башҡортостан стендын ҡарарға саҡыра.
Ул видеояҙмала республикабыҙ менән таныштырып, уның байлығы - тәбиғәте, ҡурайы, балы, кешеләре тураһында һөйләй. "Өфөгә әсәйем янына ҡайтһам, тыуған яғымдың һауаһын һулайым, ғәзиз кешеләремде күрәм, туған телемде ишетәм", - ти ул.
Фото: https://vk.com/askarabdrazakov