Йәмғиәт
2 Ноябрь 2023, 16:20

Низағ тыуҙырырға маташалар

Илдең тотороҡлолоғон боҙоу, милләт-ара, дини-ара нигеҙҙә низағ тыуҙырып, фетнә сығарырға теләүселәр ишәйә. Дошмандар бигерәк тә әле донъяла барған низағтарҙы үҙ файҙаһына борорға теләй. Билдәле, барлыҡ сценарий яҙыусылар ҙа сит илдән идара итә. Бөгөн төбәктең террорға ҡаршы көрәш комиссияһы ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ошо хаҡта белдерҙе.

Низағ тыуҙырырға маташаларНизағ тыуҙырырға маташалар
Низағ тыуҙырырға маташалар

– Аңлап торабыҙ, дошмандарға беҙҙең халыҡтың ил етәкселеге менән теләктәшлектә, бер төптән булыуы оҡшамай, шуға төрлө ысулдар ҡулланып, кешеләрҙе бер-береһе менән талаштырырға, һуғыштырырға хыялланалар, – тине Радий Хәбиров. – Бигерәк тә Телеграмм-канал аша эшмәкәрлек алып баралар. Шуға йәш быуынға, ғөмүмән, барыбыҙға ла уяу булырға, аныҡ һәм айыҡ аҡыл менән эш итергә кәрәк.

Республика етәксеһе һүҙҙәренсә, һәр нәмәгә әҙер булырға кәрәк. Ниндәйҙер низағ уйлана икән, уны алдан күреп, тамырында уҡ юҡ итеү мотлаҡ. Был йәһәттән ултырышта йәш быуын араһында гражданлыҡ әүҙемлекте, яуаплылыҡты төшөндөрөүсе сараларҙы тәрәнәйтергә һәм ишәйтергә, төрлө уҡыуҙар ойошторорға тигән ҡарарға килделәр.

Низағ тыуҙырырға маташалар
Низағ тыуҙырырға маташалар
Низағ тыуҙырырға маташалар
Низағ тыуҙырырға маташалар
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас