Йәмғиәт
3 Ноябрь 2023, 09:30

Үҫәргәндәр йыйыны – Ейәнсурала!

Үҫәргәндәр ырыуы башлығы ла һайланды

Үҫәргәндәр йыйыны – Ейәнсурала!Үҫәргәндәр йыйыны – Ейәнсурала!
Үҫәргәндәр йыйыны – Ейәнсурала!

Ейәнсура районында ҙур сара бара – район үҙәге Иҫәнғол ауылында "Үҫәргәндәр йыйыны" башланды. Әйткәндәй, көслө һәм данлы үҫәргәндәр ҡайҙа ғына һибелмәгән! Республикабыҙҙың Хәйбулла, Йылайыр, Күгәрсен райондарында ғүмер итеүҙәре, Ырымбур өлкәһенең Һарыҡташ, Ҡыуандыҡ, Гай райондарында төпләнеүҙәре һәм бүтән тарафтарҙа тамыр йәйеүҙәре шуға асыҡ миҫал.

Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов белдереүенсә, төп маҡсат – килеп тыуған һорауҙарҙы, проблемаларҙы уртаға һалып һөйләшеү, ырыу башлығын һайлау, киләсәккә уй-ниәттәр билдәләү.

Дәмин Марат улы сарала ҡатнашыусыларҙы ҡыҫҡаса район тормошо менән таныштырҙы, төп эш йүнәлештәренә туҡталды, үҫәргәндәрҙең төбәк үҫешенә индергән өлөшөн билдәләне.

– Беҙҙең район Үҫәргән ырыуының үҙәге һанала, – тине Дәмин Юланов. – Беҙ халҡыбыҙҙың мираҫын һаҡларға, уны бөтә тулылығында киләсәк быуынға еткерергә бурыслы.

Үҫәргәндәр ырыуы башлығы итеп "Йәшлек" республика гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков һайланды.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Үҫәргәндәр йыйыны – Ейәнсурала!
Үҫәргәндәр йыйыны – Ейәнсурала!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас