Йәмғиәт
5 Ноябрь 2023, 10:00

Ҡатынын үлтергән әҙәмгә хөкөм сығарылды

Ҡарарҙы ишеткән кешеләр: "Был ғына аҙ", - ти...

Ҡатынын үлтергән әҙәмгә хөкөм сығарылдыҠатынын үлтергән әҙәмгә хөкөм сығарылды
Ҡатынын үлтергән әҙәмгә хөкөм сығарылды

Былтыр август айында Белорет ҡалаһында ҡот осҡос фажиғә теркәлгәйне. Ҡала хакимиәтендә эшләгән ҡатынды уның элекке ире Алик Махиянов йорто янында ҡарауыллап тороп, ҡайтып килгәндә сәнсеп үлтергәйне. 14 тән яраһы алған Динәнең ике улы етем ҡалды. 

Әле был әҙәмгә хөкөм ҡарары сығарылды. Ул "язалау" һәм "үлтереү" статьялары буйынса ғәйепләнеп, 10 йылға иркенән мәхрүм ителде. Ир был осорҙо ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһында үткәрәсәк. Хөкөм ҡарары көсөнә инмәгән әле.

Яза тураһында ишеткән кешеләрҙең күбеһенең фекере: был ғына аҙ. Сөнки ир Динәне оҙаҡ ваҡыт туҡмай, эҙәрлекләй, ғазаплай, уға үлтереү менән янай. Хатта айырылышҡандан һуң да. 2020-2022 йылдарҙа ҡатын полицияға Алик өҫтөнән тиҫтәләгән ғариза яҙа. 

Һәм бына төҙәтә алмаҫлыҡ бәлә була. Енәйәт ҡылына. Судта Алик Махиянов үҙенең ғәйебен таныманы.

Фото: https://vk.com/id528377963

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас