

“Өфө ҡалаһының Нижегородка биҫтәһенән өс егет батырлыҡ ҡылды, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡаланың Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов. – Быйыл сентябрҙә Таймыр урамында урынлашҡан мунсаларҙың береһенә “ҡыҙыл әтәс” “ҡуна”. Янғын һүндереүселәр килгәнгә тиклем егеттәр утты “ауыҙлыҡларға” булышлыҡ итә”.
Төҙөлөш һәм архитектура колледжы студенты Даян Ғөбәйҙуллин, ағалы-ҡустылы, 25-се Мәғариф үҙәге уҡыусылары Матвей менән Никита Матвеевтар янғын һүндереүҙә оперативлыҡ күрһәткән. Баҡтиһәң, егеттәрҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә эш итеү серҙәренә “Булат” хәрби-илһөйәрлек клубында өйрәткәндәр. Уларҙың педагогы – Илдар Ғәлиев.
Егеттәргә ҡаһарманлыҡтары, ҡыйыулыҡтары өсөн Өфө ҡалаһының Ленин районы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фото (скриншот), сығанаҡ: vk.com/olegkotovleninskyufa