Йәмғиәт
6 Ноябрь 2023, 08:20

Арыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйек

Бындай икмәк һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Гөлзифа апай уны бешереү серҙәрен өйрәтә.

Арыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйекАрыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйек
Арыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйек

Гөлзифа Нәзипова файҙалы арыш икмәге бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре ала. Ете көн өйрәнә ул. Хәҙер белгәнен башҡаларға өйрәтә.

"Эште сәғәт 7-ләрҙә башлаһаң, һәйбәт. Процесс оҙаҡ бара.

1-2-се көн. Кистән 60 миллилитр кефир менән 50 грамм арыш онон болғатып ҡуяһың. Температура 28-32 градус булырға тейеш. Мин уны таҫтамалға төрөп, газ мейесе өҫтөнә ҡуйҙым. 36-48 сәғәт (1,5-2 тәүлек) тора. 1-Бер-ике мәртәбә күтәрелергә тейеш. Көс-ҡеүәт йыйғанын көтәбеҙ. Өҫтөндә үңәҙ булыуы ихтимал. Әгәр ул аҡ икән, файҙаланырға мөмкин. Йәшел йә ҡара булһа, ташларға һәм яңынан ҡуйырға (ондан тора, он иҫке булмаҫҡа тейеш).

3-сө көн. Әсетке (ойотҡо) әсе булһа - 36 сәғәттән, әселек булмаһа, 48 сәғәттән "ашатабыҙ": 50 грамм әсетке+50 миллилитр һыу (бүлмә температураһындағы шишмә һыуы булһа, яҡшыраҡ)+50 грамм арыш оно. 12 сәғәткә ҡалдырабыҙ, температура 28-32 градус булырға тейеш (юғарыраҡ һис ярамай). 48 сәғәттән һуң 50 грамм әсетке+50 миллилитр һыу+50г арыш оно һалып, 12 сәғәткә йылы урынға ҡуйырға кәрәк. Температура 28-32 градус, унда әсетке ҡуйы була (үлсәгәндән һуң ҡалған әсеткене файҙаланмайбыҙ).

Ошо эштәрҙе башҡарыр өсөн һеҙгә үлсәү, арыш оно, һыу, кефир, градусник һәм теләк кәрәк. Фотола бөгөнгө икмәгем!" - тигән ул. 

(Дауамы бар).

Фото: https://vk.com/id348078691

Арыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйек
Арыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйек
Арыш икмәге өсөн сүпрә әҙерләйек
Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас